Нептун

Нептун (символы: ♆) — ҡояштан алыҫлығы буйынсаса 8‑се урында торған планета.

Мәғлүмәт

Ҙурлығы буйынса дүртенсе урында тора, массаһы буйынса — өсөнсө урында. Нептундың массаһы Ерҙән 17,2 тапҡыр ауырыраҡ, экватор диаметры — 3,9 тапҡыр ҙурыраҡ. Планета үҙенең исеме римлылар мифтарындағы Нептун исеме менән аталған. Планетаның билдәһе — ♆.

Асыу тарихы

Планетаны 1846 йылдың 23 сентябрендә тәртипле күҙәтүеҙәр түгел, математик иҫәптәр сәбәпле асалар. Уран орбитаһының үҙенсәлектәре Ҡояш системаһында тағын бер планета булуын күрһәтәләр. Нептунды алдан әйткән урында табып асалар. Тиҙҙән уның эйәсене Тритонды асалар, башҡа хәҙерге көнгә билдәле 12 эйәрсене тик XX быуатта асыла. 1989 йылдың 25 авгусында Нептун тирәһендә «Вояжер-2» ғаләм карабы осоп үтте.

Ҡылыҡһырлама

Ҡояштан уртаса алыҫлығы 4496 млн км (30,06 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 164,8 йыл. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 16 сәғәт 06 минут. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 60°25′. Диаметры 49 мең км. Массаһы 1,024•1026 кг. Уртаса тығыҙлығы 1,76•103 кг/м³.

Атмосфераһының химик составы

undefined

Водород, гелий, аҙ күләмдә метан һ.б. Ул — газдан торған гигант планета, туңған һыуҙан, метандан һәм аммиактан торған боҙ мантияһы менән уратылған таш ядроһы бар. Уның атмосфераһында үҙгәреп торған структуралы болоттар бар. Планетаның әйләнеүенә ҡаршы, көнбайыш йүнәлештә тиҙлеге 2200 км/сәғ. еткән елдәр иҫә. Планетаның магнит күсәре әйләнеү күсәренә ҡарата 47° мөйөш яһап ауышҡан. 13 юлдашы (иң ҙурҙары Тритон һәм Нереида, 394,7 мең км һәм 6,2 млн км алыҫлыҡта әйләнәләр) һәм ҡулсалар системаһы булыуы билдәле. Уның күк йөҙөндә яҡынса 8‑се йондоҙ дәүмәлендәге йондоҙ кеүек күренә. Башҡортостан биләмәһендә уны Ҡояштан алыҫлашҡан сағында бинокль йәки телескоп ярҙамында күҙәтергә була.

Иҫкәрмәләр

Комментарии
  1. Оскулирующие орбиты, совпадающие с реальными в эпохе J2000.0 даны по отношению к центру тяжести системы Нептуна. Параметры центра тяжести используются, потому, что они, в отличие от параметров центра планеты, не испытывают ежедневные изменения от движения лун Нептуна.
Использованная литература и источники
  1. Hamilton, Calvin J. Neptune. Views of the Solar System (4 август 2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2007. Архивировано 17 август 2011 года.
  2. Yeomans, Donald K. HORIZONS System. NASA JPL (13 июль 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2007. Архивировано 17 август 2011 года.—На этом сайте перейдите в раздел «web interface»(левое меню) затем выберите «Ephemeris Type: ELEMENTS», «Target Body: Neptune Barycenter» и «Center: Sun».
  3. 1 2 Munsell, K.; Smith, H.; Harvey, S.: Neptune: Facts & Figures. NASA (13 ноябрь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2007. Архивировано 17 август 2011 года. 2015 йылдың 25 ноябрь көнөндә архивланған.
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 Williams, David R. Neptune Fact Sheet. NASA (1 сентябрь 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2007. Архивировано 17 август 2011 года.
  5. 1 2 3 4 P. Kenneth, Seidelmann; Archinal, B. A.; A’Hearn, M. F. et al. (2007). «Report of the IAU/IAG Working Group on cartographic coordinates and rotational elements: 2006». Celestial Mechanics and Dynamical Astronomy (Springer Netherlands) 90: 155—180. DOI:DOI:10.1007/s10569-007-9072-y. ISSN (Print) 0923-2958 (Print). Проверено 2008-03-07.
  6. 1 2 3 4 5 6 7 Радиус газовой планеты условен, так как саму планету трудно отделить от её атмосферы. Поэтому за поверхность планеты условно принята область где давление составляет 1 бар.
  7. Erich Karkoschka. Neptune’s Rotational Period Suggested by the Extraordinary Stability of Two Features (инг.). — Icarus, 20 May 2011.
  8. 1 2 Espenak, Fred Twelve Year Planetary Ephemeris: 1995—2006. NASA (20 июль 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2008. Архивировано 17 август 2011 года. 2012 йылдың 5 декабрь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

  • Тейфель В. Г. Уран и Нептун — далёкие планеты-гиганты. — М.: Знание, 1982. — 64 с.
  • Маров М. Я. Планеты Солнечной системы. — 2-е изд. — М.: Наука, 1986. — 320 с.
  • Гребеников Е. А., Рябов Ю. А. Поиски и открытия планет. — М.: Наука, 1975. — 216 с. — (Главная редакция физико-математической литературы). — 65 000 экз.
    • Гребеников Е. А., Рябов Ю. А. Поиски и открытия планет. — 2-е изд., перераб и доп. — М.: Наука, 1984. — 224 с. — (Главная редакция физико-математической литературы). — 100 000 экз.
  • Солнечная система / Ред.-сост. В. Г. Сурдин. — М.: Физматлит, 2008. — 400 с. — ISBN 978-5-9221-0989-5.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар