Биографияһы

Нортенко Василий Иванович 1922 йылдың 17 мартында хәҙерге Днепропетровск өлкәһе Васильковский районының Чаплино тимер юл станцияһы ҡасабаһында тыуған[1].

Милләте украин. Мәктәптең 7 класын һәм Днепропетровск физкультура техникумының ике курсын тамамлай. 1941 йылдың июнендә Днепропетровск өлкәһе Васильковский район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. 1942 йылдың сентябрендә танк училищеһын тамамлай[2].

1945 йылдың ғинуарында 65-се айырым танк взводы командиры лейтенант Василий Нортенко Польшаның Радом ҡалаһының Едлиньск ҡасабаһы районындағы алышта батырлыҡ күрһәтә[2].

«65-се айырым танк полкының „Т-34“ танк взводы командиры (8-се гвардия армияһы, 1-се Белорус фронты) вкп(б) ағзалығына кандидат лейтенант Василий Нортенко 1945 йылдың ғинуарында Польшаның Радом ҡалаһынан 12 километр төньяҡтараҡ Едлиньск ҡасабаһы районында батырлыҡ күрһәтә. Уның взводы танкистары дошмандың егерме танкыһы һәм үҙйөрөшлө орудиелары менән алышҡа инә, ун өс танкты, егерме өс автомашинаны һәм ротаға яҡын гитлерсыларҙы юҡ итә. Лейтенант Нортенко шәхсән үҙе алты танкты һәм боеприпастар менән ун өс автомашинаны һәм 45-кә яҡын гитлерсыны юҡ итә. Дошман паникаға бирелеп сигенә, ә совет частары юғалтыуҙарһыҙ алға барырға мөмкинлек ала»

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы Һәм ҡаһарманлығы өсөн лейтенант Нортенко Василий Ивановичҡа, «Алтын Йондоҙ» миҙалы (7324-се) һәм Ленин ордены тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3].

Һуғыштан һуң хәрби хеҙмәтен дауам итә. 1954 йылда капитан званиеһында запасҡа сыға[2].

Ҡаҙағстандың Семипалатинск ҡалаһында йәшәй. Һуңынан Башҡортостандың Туймазы ҡалаһында йәшәй һәм балта оҫтаһы булып эшләй[2].

2003 йылдың 7 апрелендә Туймазы ҡалаһында вафат була[1], ошонда ерләнә[2].

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Нортенко Василий Ивановичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районының Туймазы ҡалаһы 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[4];
  • Туймазы ҡалаһында урамға Герой исеме бирелгән;[1]
  • Туймазы ҡалаһының Геройҙар аллеяһында бюст ҡуйылған.[1]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 И.Ғ.Кәримова. Нортенко Василий Иванович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (12 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 4 5 Нортенко Василий Иванович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
  3. 1 2 Нортенко Василий Иванович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026. (рус.)

Сығанаҡтар

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа.
  • Нортенко, Василий Иванович // Золотые Звёзды : Книга о дважды Героях и Героях Советского Союза, уроженцах Днепропетровщины / сост. Н. С. Головин, В. Н. Петрищева; при участии Ф. А. Матюшко, А. И. Посаднев; ред. М. А. Штейн. — Днепропетровск : Промiнь, 1967. — С. 282—285. — 432 с. — (Герои Советского Союза).
  • Нортенко, Василий Иванович // И генерал, и рядовой… : Очерки о Героях Советского Союза, уроженцах Днепропетровской области / Н. И. Воробьёв, С. А. Герасименко, В. Л. Головко и др. ; сост. А. Ф. Снитко; ред. Г. В. Николенко, К. К. Чернышев. — Днепропетровск : Промiнь, 1983. — С. 374—375. — 567 с. — (Герои Советского Союза). — ББК 63.3(2Ук)722.78.

Тема буйынса өҫтәмә