Ноғоманов Сөнәғәт Ғата улы

Ноғоманов Сөнәғәт Ғата улы (1921 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-сы (башҡа сығанаҡта 275-се[1]) кавалерия полкындағы химик взводы яугиры[2].

Биографияһы

Сөнәғәт Ғата улы Ноғоманов 1921 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Түбә руднигы ауылында[2] тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 9 октябрендә[3]. Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се (275-се)кавалерия полкының химик взводында хеҙмәт итә. Хәрби званиеһы рядовой[2]. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһе Тербун районы Икенсе Тербуны ауылы тирәһендәге аяуһыҙ алыштар барышында хәбәрһеҙ юғала[2]. Юғалтыуҙар исемлегендә Түбә руднигы ауылында йәшәгән ҡатыны Ноғоманова Шәмсиә күрһәтелгәнР[1].

Хәтер

2018 йылдың 10 ноябрендә «Аҡ тирмә» Башҡорт милли-мәҙәни төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры ерләнгән туғандар ҡәберенә ҡуйылған һәйкәлгә дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙыла[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар