Нуретдинов Ансар Әнүәр улы

Нуретдинов Ансар Әнүәр улы (рус. Нуретдинов Ансар Анварович; 23 сентябрь 1956 йыл) — филолог, журналист, хәрби хеҙмәткәр, подполковник (1992). Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының (2021), ВЛКСМ Үҙәк Комитетының (1979) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе.

Биографияһы

Ансар Әнүәр улы Нуретдинов 1956 йылдың 23 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы 2-се Иҙелбай ауылында тыуған.

Урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1971 йылдан Мәсәғүт педагогия училищеһында, 1975—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегендә уҡый. 1979 йылдың октябренән 1980 йылдың сентябренә тиклем БДУ-ның ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары була.

1980 йылдан — Салауат районының «Ленинское знамя» гәзитендә хәбәрсе, бүлек мөдире һәм мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.

1982—2007 йылдарҙа контракт буйынса Федераль именлек хеҙмәте органдарында хеҙмәт итә.

2008—2011 йылдарҙа — Төбәк үҫеш банкыһы белгесе.

2013 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләй.

2016—2018 йылдарҙа Күп функциялы үҙәктә әйҙәүсе белгес була.

2023 йылдан — Рувики яңы интернет-энциклопедияһының башҡорт бүлегендә әйҙәүсе мөхәррир.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 2014 йылдан Башҡортса Википедия ирекмәне.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2021)
  • 1—3-сө дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1992, 1999, 2002)
  • 3-сө дәрәжә «Контрразведкалағы хеҙмәте өсөн» билдәһе
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1979)
  • Нефтекама ҡала хәкимиәтенең Почёт грамотаһы (2007)
  • Рәсәй Журналистар союзының Почёт грамотаһы (2015)
  • Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте Директорының Рәхмәте (2017)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар