Нурыев Исхаҡ Ғәбделкәбир улы

Нуриев Исхаҡ Ғәбделкәбир (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Кәбир, Ғәбделхәбир, Абдулкәбир улы (10 август 1918 йыл — 23 ғинуар 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы элемтәсеһе, сержант, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1]

Биографияһы

Исхаҡ Ғәбделкәбир улы Нуриев 1918 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ районы Яңы Абдрахман ауылында тыуған. Стәрлеиамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлай. 1941 йылдың 30 декабрендә Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия составында Сталинград өсөн һуғышта, Белоруссияны, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштан һуң Ишембай районы Байғужа ауылы мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Байғужа ауылында ерләнә[2]

Батырлығы

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре