Овчаренко Кузьма Иванович
Овчаренко Кузьма Иванович (10 октябрь 1901 йыл — 11 ноябрь 1943 йыл) — хәрби офицер, полковник. Граждандар һуғышы, Совет-фин һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 69 — сы танк бригадаһы командиры (4 — се танк корпусы, Воронеж фронты). Советтар Союзы Геройы (1944). 1928 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Биографияһы
Овчаренко Кузьма Иванович 1901 йылдың 10 октябрендә Кантемировка ауылында (Хәҙерге Воронеж өлкәһе) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ. Башланғыс мәктәптә белем ала.
1920 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына алына, Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1923 йылда пехота курстарын, 1927 йылда Владикавказ (Орджоникидзе) пехота мәктәбен, 1930 йылда — командирҙар составын камиллаштырыу курстарын, ә 1940 йылда — М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлаған.
1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында ҡатнаша.
1941 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1941 йылдың 10 июленән 277-се уҡсылар дивизияһының (1-се формирование) штаб начальнигы.
1941 йылдың 7 декабренән 297-се уҡсылар дивизияһының (1-се формирование) штаб начальнигы.
1942 йылдың 10 майынан 11 авгусына тиклем — 34-се мотоуҡсылар бригадаһы командиры[1], 1942 йылдың 2 июленән 22-се мотоуҡсылар бригадаһы тип үҙгәртелә[2].
1942 йылдың 17 авгусынан 1942 йылдың 3 сентябренә тиклем — 182-се танк бригадаһы командиры[3].
1942 йылдың 5 декабренән 1943 йылдың 15 февраленә тиклем — 69-сы танк бригадаһы командиры вазифаһын башҡарыусы (7 февралдән 21-се гвардия).[4]
1943 йылдың 16 феврале 21-се гвардия танк бригадаһы командиры итеп тәғәйенләнә[5].
Курск өлкәһендә дошман оборонаһын өҙөү буйынса алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 11 ноябрендә сәғәт 3-тән 21-се гвардия танк бригадаһы Саливонки ауылында дошмандың өҫтөнлөклө көстәре менән ҡаты алышта ун өс Т-70 һәм өс Т-34 танкыһын юғалта. Ярҙам булмағанлыҡтан бригада Германовка ауылына табан сигенергә мәжбүр була. Әммә Василево—Людвиновка—Мировк тирәһендә дошман ҡулсаһына эләгә. Төшкө 15 сәғәттә бригада ҡамауҙы өҙөп Германовкаға табан хәрәкәт итә, тағы ике Т-34 танкыһын һәм шәхси составтың ете кешеһен юғалта[6]. Ҡамауҙан сыыҡан ваҡыта, Красное ауылына 50 км барып етмәҫерәк, Овчаренко танкыһы лошман Пантераһы өс тапҡыр утҡа тота. Бригада командиры — гвардия полковнигы К. И. Овчаренко[7][8], уның менән бергә танкта булған политотдел начальнигы — гвардия подполковнигы Г. С. Полукарпов, шулай уҡ танк броняһынла ултырған мотоуҡсылар батальоны командиры — гвардия майоры П. Я. Недайводин һәләк була[4].
Батырлығы
«69-сы танк бригадаһы командиры (4-се танк корпусы, Воронеж фронты) полковник К. И. Овчаренко дошман оборонаһын өҙөү һәм Курск өлкәһендәге бер нисә тораҡ пунктты азат итеү буйынса хәрби хәрәкәттәрҙе оҫта ойоштора. 1943 йылдың 24 ғинуарынан 10 февраленә тиклем Овчаренко бригадаһы ҡырҡҡа яҡын пушканы, ике йөҙҙән ашыу автомашинаны һәм башҡа күп кенә хәрби техниканы һәм дошмандың тере көсөн юҡ итә, бер нисә мең гитлерсыны әсирлеккә ала»
«Командир 69-й танковой бригады (4-й танковый корпус, Воронежский фронт) полковник К. И. Овчаренко умело организовал боевые действия по прорыву обороны противника и освобождению ряда населённых пунктов в Курской области.
24 января — 10 февраля 1943 года бригада Овчаренко уничтожила до сорока пушек, более двухсот автомашин и много другой боевой техники и живой силы противника, захватила в плен несколько тысяч гитлеровцев»[9]
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 10 ғинуарындағы указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында Командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы Һәм ҡаһарманлығы өсөн» гвардия полковнигы Овчаренко Кузьма Ивановичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[10].
Хәрби званиелары
- капитан (1936);
- майор (1938);
- подполковник 10.07.1941);
- полковник (13.01.1942)[1]
Наградалары
- Советтар Союзы Геройы (10.01.1944),
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы [9][10];
- Ленин ордены (10.01.1944)[9];
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (07.08.1943)[11];
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (11.04.1940[12], ??[12]));
- РККА-ның XX йыллығы миҙалы (22.02.1938).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Овчаренко Кузьма Иванович :: Учетно-послужная картотека. pamyat-naroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2022.
- ↑ 22-я мотострелковая бригада. tankfront.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2022. Архивировано 30 ғинуар 2022 года.
- ↑ Калабин, 1964, 182 танковая бригада, с. 455
- ↑ 1 2 Семёнов, 1986
- ↑ Калабин, 1964, 21 гвардейская танковая бригада, с. 475
- ↑ Отчет о боевых действиях 21 гв. тбр, стр. 3. pamyat-naroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2022. Архивировано 30 ғинуар 2022 года.
- ↑ Информация из донесения о безвозвратных потерях ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Информация из приказа об исключении из списков ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ 1 2 3 Наградной лист с представлением к званию Героя Советского Союза «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 35, л. 44)
- ↑ 1 2 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 4, л. 9)
- ↑ Наградной лист с представлением к ордену Красного Знамени «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1098, л. 18)
- ↑ Kommuna.ru — Информационный портал Воронежа и Воронежской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2013. Архивировано 3 декабрь 2013 года.
Сығанаҡтар
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Т. 4: Л-О. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.
- Семёнов Н. С. На веки вечные. — М.: ДОСААФ, 1986. — 91 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-00748-9.
Һылтанмалар
- Овчаренко Кузьма Иванович. tankfront.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2022. Архивировано 30 ғинуар 2022 года.