Овчинников Иван Кузьмич

Овчинников Иван Кузьмич (1924 йылдың 19 авгусы) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Сержант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Иван Кузьмич Овчинников 1924 йылдың 19 авгусында Ырымбур өлкәһе Боклинск районының Пронькино ауылында тыуа. Ғаиләһен кулак тип иғлан итеп, һөргөнгә ебәргәс, унда етем ҡала.

1943 йылда Чита өлкәһенең Сугуловский дацанынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[1]. Күнекмә ротаһында уҡығандан һуң, 833-сө артиллерия полкына рядовой итеп ебәрелә. Һуңынан уларҙың дивизияһын Японияға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу өсөн Маньчжурияға күсерәләр. Япон милитаристарына ҡаршы алышта еңелсә контузия ала.

1950 йылдың апрелендә демобилизациялана һәм Кишинёвҡа китә. Шул уҡ йылда Өфөгә ҡайтып төпләнә. Трамвай-троллейбус идаралығына мастер булып урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем шунда эшләй.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1986)[3];
«Японияны еңгән өсөн» миҙалы;
• «Совет Армияһы һәм Флотына 30 йыл» миҙалы;
• юбилей миҙалдары.

Иҫкәрмәләр

  1. "Живая история победы". Визуал/студия художественной фотографии/УЦТП (30 апрель 2020).
  2. О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Овчинникову И. К. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2025.
  3. Овчинников Иван Кузьмич. Орден Отечественной войны II степени. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2025.

Һылтанмалар