Петухова Ксения Куприяновна

Петухова Ксения Куприяновна (3 ғинуар (16 ғинуар) 1909 йыл — 28 август 1977 йыл) — колхоз производствоһы новаторы, Рязань өлкәһенең Спасский районы «Дело Октября» колхозы быҙау ҡараусылар бригадаһы бригадиры. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1953, 1957).

Биографияһы

Ксения Куприяновна Петухова 1909 йылдың 3 (16) ғинуарында Рязань губернаһының Спасский өйәҙе Ижевск ауылында тыуған[1]. 1930 йылдан алып Рязань өлкәһенең Спасский районы «Дело Октября» колхозында быҙау ҡараусылар бригадаһы бригадиры булып эшләй.

1940 йылдан Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы. КПСС-тың XXI[2] һәм XXIII[3] съездары делегаты. 20 йыл дауамында ул КПСС-тың район һәм өлкә комитеттары ағзаһы итеп һайлана. Рязань өлкәһенән СССР-ҙың 7-се саҡырылыш (1966—1970) Юғары Советының Союз Советы депутаты[4].

1977 йылдың 28 авгусында вафат була, тыуған ауылында ерләнгән[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • 1958 йылдың 18 авгусында Ксения Куприяновнаның тыуған ауылында бронза бюст ҡуйыла[6][7].
  • Уның хаҡында [1](недоступная ссылка)У рязанских животноводов(недоступная ссылка) исемле документаль фильм төшөрөлгән, 1955, ЦСДФ студияһы (РЦСДФ).

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер — Рязань өлкәһененең Спасский районы
  2. Делегаты Внеочередного XXI-го съезда КПСС 27.1-5.2.1959. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2010. Архивировано 5 октябрь 2018 года.
  3. Материалы 23 съезда КПСС. Стенографический отчет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2010. Архивировано 19 декабрь 2013 года. 2013 йылдың 19 декабрь көнөндә архивланған.
  4. Депутаты Верховного Совета СССР VII-го созыва 1966—1970. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 декабрь 2013. Архивировано 17 август 2012 года.
  5. Рязань / Жизнь и деятельность выдающихся людей
  6. На родине Циолковского — описание окружающей местности
  7. Рязанская область 2007 2012 йылдың 30 ғинуар көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

  • Бакулин В. Д. Ижевская волость. — Рязань: Поверенный, 2008.

Һылтанмалар

Петухова Ксения Куприяновна. «Герои страны» сайты.