Пирей
Пирей[9][10] (бор.грек. Πειραιεύς[11][12]ή Πειραιάς) — Грецияның ҙурлығы буйынса өсөнсө урында торған ҡалаһы, Эгей диңгеҙе Сароникос ҡултығының көнсығыш яры буйында урынлашҡан. Тимер юл төйөнө: Пирей — Афины — Салоники (грек)баш. һәм Пирей — Афины — Коринф — Патры (инг.)баш.. Пирей порты — Грецияның тышҡы сауҙа порты (уның аша илдең яҡынса 50 % йөгө үтә, тышҡы сауҙа; әйләнеше 2007 йылда 20 млн тонна тәшкил иткән), Афинаның аванпорты. Грецияның эре сауҙа һәм сәнәғәт үҙәге. Интенсив торлаҡ һәм сәнәғәт төҙөлөшө арҡаһында Пирей Оло Афина составына инә[13]. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 2 метрҙа урынлашҡан, Афинаның үҙәгенән көньяҡ-көнбайышта 8 километрҙа тора. Шул исемдәге общинаның һәм Аттика периферияһындағы периферия берәмегенең үҙәге. Халыҡ һаны — 163688 кеше (2011 йыл иҫәбе буйынса).
Ҡалала Археология музейы бар.
Тарих
.
Б. э. тиклемге 86 йылда Рим полководецы Пирей Луций Корнелий Сулла тарафынан емерелгән. Ғосман хакимлығы ваҡытында (XV—XIX бб.) Пирей исеме бөтөнләй юҡҡа сыҡан. Грек революцияһынан һуң һәм Грецияның бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһындағы 1830 йылдағы Лондон протоколынан һуң, Пирей порт һәм сәнәғәт үҙәге булараҡ үҫә башлай. 1835 йылда немец архитекторы Эдуард Шаубертпланы буйынса Пирейҙа антик яңыртыу башлана.
1869 йылда Грецияла беренсе Пирей тимер линияһы Пирей — Тисион (инг.)баш. барлыҡҡа килә. Ул Пирейҙы Афина менән тоташтыра[12], асылды «Пирей» станцияһы асыла.
Пирейҙа 1918 йылдың ноябрендә Греция Коммунистар партияһы ойоштороу съезы үтә[13].
1938 йылда Пирей университетына, илдең артабан иң алдынғы юғары уҡыу йортона, нигеҙ һалына, бында иҡтисад өлкәһендә, бизнес-информацион технологиялар һәм менеджмент өлкәһендә белгестәр әҙерләнә.
Икенсе донъя һуғышында (1939—1945) Пирей ныҡ емерелә[13].
1982 йылда «Европа — Яҡын Көнсығышта» паромлы кисеү сафҡа индерелә, ул Пирей менән Сириялағы Латакияны Урта диңгеҙ аша тоташтыра. Хәҙер Пирей Афина менән бөтөнләй тиерлек ҡушылған, унан Афинаға Афина метроһы буйынса барырға мөмкин.
Иҡтисад
Пирей порты
Ҡала иҡтисадының төп өлөшө булып суднолар хәрәкәте тора. Пирей — донъя караптары хәрәкәте үҙәктәренең береһе.
Пирейҙа бөтә донъя IACS (МАКАР) диңгеҙ йәмғиәтенең төп классификациялары тора, шул иҫәптән Рәсәй диңгеҙ судно хәрәкәте реестры ла.
Шулай уҡ Пирей Эгей архипелагы уртауҙарына һәм Урта диңгеҙҙең Яҡын Көнсығыш илдәренә алып барыусы пассажирҙар һәм автомобиль паром линияларының төп төйөнө булып тора.
Портҡа йыл әйләнәһенә эре круиз лайнерҙары инә, ә ҡайһы бер сәйәхәт «круиздары» өсөн порт башланғыс база булып тора.
Пирейҙа караптар төҙөү һәм ремонтлау предприятиелары бар[13].
Сәнәғәт
Порттан тыш Пирейҙа 1970-се йылдарҙа металлургия, машиналар эшләү, химия, цемент, аҙыҡ-түлек һәм тәмәке, быяла һәм ҡағыҙ сәнәғәте, алюмин һәм керамик изделиелар сығарыу, төҙөлөш материалдары, келәм һәм ҡанат сэшләү предприятиелары эшләй, шулай уҡ ТЭС эшләй[13].
Спорт
- Футбол клубы «Олимпиакос»
- Баскетбол клубы «Олимпиакос»
- Стадион «Караискакис»
Транспорт
Пирей ҡалаһында Афина метрополитенының «Пирей» станцияһы, шулай уҡ тимер юл вокзалы бар. Ҡала эсендә һәм Грецияның башҡа ҡалаларына Пирейҙан автобустар йөрөй.
Демография
Пирей —Грецияла иң ҙур ҡалаларҙың береһе, ундағы халыҡ һаны −163688 кеше (2011 йылда алынған мәғлүмәттәр буйынса). Тығыҙлығы — 15065,62 кеше/км².
| Йыл | Халыҡ, кеше | |
|---|---|---|
| Пирей ҡалаһы | Пирей периферияһы берәмеге | |
| 1835 | 300 | |
| 1836 | 1011 | |
| 1840 | 2033 | |
| 1845 | 4247 | |
| 1848 | 5279[14] | |
| 1849 | 5328[14] | |
| 1850 | 5286[14] | |
| 1851 | 5247[14] | |
| 1852 | 5252[14] | |
| 1853 | 5472[14] | |
| 1854 | 5354[14] | |
| 1855 | 5389[14] | |
| 1856 | 6057[14] | |
| 1861 | 6452[14] | |
| 1870 | 11 047[14] | |
| 1879 | 21 618[14] | |
| 1889 | 34 569[14] | |
| 1896 | 51 020[14] | |
| 1907 | 74 580[14] | |
| 1920 | 133 482[14] | |
| 1928 | 251 659 | |
| 1940 | 205 404 | |
| 1951 | 186 088 | |
| 1961 | 183 957 | |
| 1971 | 187 458 | 439 138 |
| 1981 | 196 389 | 476 304 |
| 1991 | 187 399[12] | 530 180[12] |
| 2001 | 181 933[12] | 553 450[12] |
| 2011 | ↘ 163 688 | ↘ 448 997 |
Туғанлашҡан ҡалалары
Галереяһы
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://web.archive.org/web/20131225194213/http://www.statistics.gr/portal/page/portal/ESYE/BUCKET/General/resident_population_census2011.xls
- ↑ http://www.tovima.gr/files/1/2012/12/28/apografi2011.pdf
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.ivilnius.lt/pazink/apie-vilniu/miestai-partneriai
- ↑ https://batumi.ge/ge/?page=show&sec=5
- ↑ https://www.rosario.gob.ar/web/gobierno/internacionales/relaciones-bilaterales#hermanamientos
- ↑ https://piraeus.gov.gr/αδελφοποιμένες-πόλεις/
- ↑ https://omr.gov.ua/ua/international/goroda-pobratimi/pirey-greciya/
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 282.
- ↑
- ↑ Δελτίο τύπου. Ανακοίνωση των αποτελεσμάτων της Απογραφής Πληθυσμού-Κατοικιών 2011 για το Μόνιμο Πληθυσμό της Χώρας (грек). Ελληνική Στατιστική Αρχή (28 Δεκεμβρίου 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2017. Архивировано 28 декабрь 2013 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Πίνακας αποτελεσμάτων Μόνιμου Πληθυσμού-Απογραφής 2011 (грек). Ελληνική Στατιστική Αρχή (20 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2017. Архивировано 13 ноябрь 2015 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 Пирей // Отоми — Пластырь. — М. : Советская энциклопедия, 1975. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 19).
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 Κοτζαμάνης, Βύρων. Αθήνα, 1848 - 1995. Η δημογραφική ανάδυση μιας μητρόπολης (грек) // Επιθεώρηση Κοινωνικών Ερευνών. — 1997. — Αρ. 92—93. — Σ. 3—30.
Һылтанмалар
- piraeus.gov.gr — общины Пирей рәсми сайты