Плохих Мария Николаевна
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған көнө | 5 март 1940 |
Вафат булған көнө | 6 август 1998 (58 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған урыны | |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Тыуған урыны |
Плохих Мария Николаевна (5 март 1940 — 6 август 1998) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Воронеж өлкәһенең Верхний Мамон районы «Авангард» колхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
Биографияһы
1940 йылда Гороховка ауылында (хәҙер Воронеж өлкәһенең Верхний Мамон районы) урыҫ крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған.
Урта белемле. 1957 йылда «Авангард» колхозында эшләй башлай. Был хужалыҡта 1959 йылдан 1983 йылға тиклем һауынсы булып эшләй. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә даими ҡатнаша. Производство алдынғыһы булараҡ бер нисә тапҡыр билдәләнә. Һигеҙенсе биш йыллыҡтың эш һөҙөмтәләре буйынса Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1974 йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса һәр һыйырҙан йылына 4000 литрҙан күберәк һөт һауып алыуға өлгәшә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 23 декабрендәге указы менән, ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне һәм һөт һауып алыу буйынса рекордлы күрһәткестәре өсөн, Плохих Мария Николаевнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Артабан колхозда эшләүен дауам итә. Воронеж депутаттар өлкә советы депутаты булып тора. 1983 йылда хаҡлы ялға сыға.
Тыуған Гороховка ҡасабаһында йәшәй. 1998 йылдың 6 авгусында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:
— «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (23.12.1976)
— Ике Ленин ордены (06.09.1973, 23.12.1976)
— Социалистик Хеҙмәт Геройы (23.12.1976)
— Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (08.04.1971)
— башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Золотые звёзды земли Воронежской. Сост. Э. С. Лыкова — Воронеж, 1989.
Һылтанмалар
- Плохих Мария Николаевна . «Герои страны» сайты.
- 5 мартта тыуғандар
- 1940 йылда тыуғандар
- 6 августа вафат булғандар
- 1998 йылда вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Воронеж өлкәһендә вафат булғандар
- Воронеж өлкәһендә тыуғандар
- Һауынсылар
- Алфавит буйынса шәхестәр