Подлипский Виктор Александрович
Биографияһы
Виктор Александрович Подлипский 1913 йылдың 3 ғинуарында Одессала (хәҙер Украина) тыуа. 1938 йылда Одесса граждандар һәм коммуналь төҙөлөш инженерҙары институтын инженер-төҙөүсе һөнәре буйынса тамамлай.
Институтты тамамлағас, Өфө һыу үткәреү-канализация хужалығы идаралығында эшләй (хәҙер «Өфөводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы), 1939 йылдан — бүлек начальнигы, 1940 йылдан — техник етәксе, 1942 йылдан — баш инженер, ә 1953—1960 йылдарҙа — РСФСР-ҙың коммуналь хужалығы академияһының терәк пункты етәксеһе.
Подлипский Виктор Александрович һыуҙы контактлы таҙартыу алымдарын индерә, һыуҙы зарарһыҙландырыу өсөн ҡеүәте сәғәтенә 150—200 кубометр булған бактерицид ҡоролманы, алюмин сульфаты һәм натрий гипохлориты алыу ҡоролмаларын ебәрергә ярҙам итә.
1973 йылдың 3 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Хеҙмәттәре
- Опыт применения новой техники на Уфимском водопроводе. М., 1956 (соавт.).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1952) — һыу таҙартыу яңы конструкциялы фильтр эшләгәне һәм ҡулланылышҡа индергәне өсөн;
- Ленин ордены (1966);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1949);
- миҙалдар.
Һылтанмалар
- Подлипский Виктор Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Энциклопедия Урала 2016 йылдың 6 август көнөндә архивланған.