Сыртланов Рауил Шаһихәйҙәр улы
Рауил Шаһихәйҙәр улы Сыртланов (рус. Равиль Шахайдарович Сыртланов; 1877 йылдың 29 октябре, Шланлыкүл ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1916 йылдың 20 июне, Скробово[d], Витебск губернаһы[d], Рәсәй империяһы) — Рәсәй хәрби эшмәкәре, Генераль штаб генерал-майоры. Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғыштарында ҡатнашыусы, Персияла, Афғанстанда һәм Көнсығыш Төркөстанда агентлыҡ разведкаһын ойоштороусыларҙың береһе, 166-сы Ровно пехота полкы командиры. 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены кавалеры (үлгәндән һуң)[1].
Биографияһы
1877 йылдың 29 октябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Бүздәк районы) тыуған. Башҡорт дворяндары Сыртлановтар нәҫеленән[2][1].
2-се Ырымбур кадет корпусында һәм Михайловский артиллерия училищеһында (1898) уҡый. 1895 йылдың 30 авгусында хеҙмәтен башлай. Училищены тамамлағандан һуң, гвардия подпоручигы дәрәжәһендә, лейб-гвардияның 3-сө артиллерия бригадаһына ебәрелә. 1902 йылда поручик дәрәжәһенә күтәрелә.
1903 йылда Николаев Генераль штаб академияһына уҡырға инә. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнаша.
1905 йылда академияны 1-се разряд буйынса тамамлай һәм гвардия штабс-капитаны дәрәжәһен ала, Генераль штаб капитаны итеп үҙгәртелә[3]
1905—1908 йылдарҙа 1-се Ташкент резерв батальонында рота менән командалыҡ итеүҙе үтә. 1907 йылдың декабренән 1912 йылдың майына тиклем 1-се Төркөстан армия корпусы штабында поручениелар буйынса обер-офицер булып хеҙмәт итә, 1912 йылдың 4 майынан 11 сентябренә тиклем Төркөстан хәрби округы штабында өлкән адъютант вазифаһын башҡара. Был осорҙа Персияла, Афғанстанда һәм Көнсығыш Төркөстанда агентлыҡ разведкаһын ойоштороуҙа ҡатнаша[1][4].
1912 йылдың 11 сентябрендә Алексеевский хәрби училищеһына хәрби фәндәр уҡытыу өсөн командировкаға ебәрелә. 1912 йылдың 6 декабрендә - подполковник, 1914 йылдың 6 декабрендә полковник званиеһын ала[2].
Беренсе донъя һуғышы
Беренсе донъя һуғышы йылдарында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт итә. 1915 йылдың 2 октябренән 1916 йылдың 20 ғинуарына тиклем 22-се пехота дивизияһы штабы начальнигы вазифаһын башҡара. 1916 йылдың 20 ғинуарында 166-сы Ровно пехота полкы командиры итеп тәғәйенләнә[5].
1916 йылдың 20 июнендә Барановичи янындағы һуғыштар ваҡытында, Витебск губернаһы Скробово ауылы районында (хәҙерге Беларусь Республикаһы Брест өлкәһе Барановичи районы)[6], полкты дошмандың нығытылған позицияларына һөжүмгә алып бара һәм һуғышта һәләк була[1]. 1916 йылдың 30 июнендә, һәләк булыу сәбәпле, исемлектән сығарыла. 1916 йылдың 29 июлендә, үлгәндән һуң, 1916 йылдың 20 июненән генерал-майор званиеһы бирелә. Үлгәндән һуң 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнә.
Ғаиләһенең үтенесе буйынса, тыуған яғында ерләргә рөхсәт ителә - Шланлыкүлдә ерләнә[2][1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Мәскәүҙә хеҙмәт иткән сағында Мәскәү мосолман ижтимағи хәйриә йәмғиәтенә инә һәм уның идара ағзаһы була. Мосолман яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға арналған мосолман хәйриә йәмғиәттәренең съезын әҙерләүҙә ҡатнаша[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- 4-се дәрәжә Изге Анна ордены (1905);
- 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (1912);
- 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены (1913);
- 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены (1917), үлгәндән һуң[2].
Ғаиләһе
- Атаһы — Шаһихәйҙәр Сыртланов (1847—1916 йылдан да һуң түгел), дворян, Өфө губернаһынан I һәм II саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Конституцион демократ. Почётлы мировой судья.
- Ағаһы — Ғәлиәскәр (1875—1912), Өфө губернаһынан III саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Отставкалағы полковник, присяжный поверенный.
- Ҡустыһы — Йосоп, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, 1918 йылда Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә.
- Һеңлеһе — Сафия, Женевала медицина белеме ала. Ҡазанда университет тамамлай, табип дипломы ала. Граждандар һуғышынан һуң Төркиәгә китә, һуңынан Германияла йәшәй[7].
- Ҡустыһы — Рөстәм, 1909 йылда Ҡазанда уҡытыусылар мәктәбен тамамлай һәм тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй.
Хәтер
- Беренсе донъя һуғышының 100 йыллығы йылында Рауил Сыртлановтың ҡәберенә мәрмәр плита ҡуйыла[1].
- Шланлыкүлдә мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[8].
- 2025 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ватан Геройҙары көнөндә Рауил Сыртлановты Ватан геройҙары араһында билдәләп үтә, уның Генераль штабта хеҙмәтен, разведка эшмәкәрлеген һәм Скробово аҫтындағы үлемен һыҙыҡ өҫтөнә ала[9].
- Шланлыкүл ауылы халҡы Рауил Сыртлановтың бюсын ҡуйыу инициативаһы менән сығыш яһай[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Алим Фаизов. Равиль Сыртланов — гордость Башкирии (К 100-летию со дня героической гибели генерал-майора). Башинформ (20 июнь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Сыртланов Рауил Шаһихәйҙәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Ильясова А. Я. Дворяне из башкир.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — С. 292. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
- ↑ Усманова Д. М. Сыртланов Шахайдар Шахгарданович // Государственная дума Российской империи: 1906—1917: Энциклопедия. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2008. — С. 600. — 735 с. — ISBN 978-5-8243-1031-3.
- ↑ 166-й пехотный Ровненский полк. Офицеры русской императорской армии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
- ↑ Ирина Дубейка, «В годы военных испытаний» // «Забытая война. Барановичская операция 1916 года», Минск, «Красная звезда», 2015, с.96, ISBN 978-985-90302-7-7
- ↑ Кондратьев А. Дочь, достойная памяти отца // Уфа. — 2008. — № 8. — С. 75.
- ↑ 1 2 Люция Дистанова. В Буздякском районе почтили память генерал-майора Равиля Сыртланова. buzdyaknews.ru (1 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
- ↑ Инсаф Хужабирганов. Премьер-министр Башкирии рассказал о подвигах героев Отечества. Башинформ (9 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
Литература
- Ильясова А. Я. Дворяне из башкир // История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов. — СПб.: Наука, 2011. — Т. IV. — С. 292. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
- Д. М. Усманова. Сыртланов Шахайдар Шахгарданович.//Государственная дума Российской империи: 1906—1917: Энциклопедия.. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2008. — С. 600. — 735 с. — ISBN 978-5-8243-1031-3.
- Дубейка И. В годы военных испытаний // Забытая война. Барановичская операция 1916 года. — Минск: Красная звезда, 2015. — С. 96. — ISBN 978-985-90302-7-7.
Ссылки
- Сыртланов Рауил Шаһихәйҙәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Ярмуллин А. Ш. Рәсәй өсөн башын һалғандар йәки Беренсе донъя һуғышы геройы, башҡорт генералы Рауил Сыртланов тураһында // Киске Өфө : гәзит. — 2014. — № 6, 7, 8.
- Сыртланов Равиль Шах-Айдарович.