Рдея ҡурсаулығы
Рдея ҡурсаулығы (рус. Рде́йский запове́дник)[1] — Рәсәйҙең Новгород өлкәһендәге дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.
1994 йылдың 25 майында барлыҡҡа килә[2].
Географияһы
Файл:Полистовский и Рдейский заповедники.png
Рдей ҡурсаулығы һәм йәнәшәһендәге махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре
Рдея ҡурсаулығы Новгород өлкәһе Поддор һәм Холмск райондары территорияһында урынлашҡан. Уның дөйөм майҙаны — 369,22 км² (буфер зонаһы 48,44 км²)[3].
Климаты
Тарихы һәм маҡсаттары
1994 йылда Полисть һәм Ловать йылғалары һыу айырғысында көньяҡ тайганың сфагнум һаҙлығы массивын һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында Рдея һәм Полисть ҡурсаулыҡтары (Псков өлкәһендә) булдырыла.
Рдей ҡурсаулығының маҡсаттары[5]:
- биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм һаҡланыусы тәбиғи комплекстарҙы һәм объекттарҙы тәбиғи хәлдә тотоу маҡсатында тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау;
- ғилми тикшеренеүҙәрҙе ойоштороу һәм үткәреү, шул иҫәптән тәбиғәт йылъяҙмаһын алып барыу;
- тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү;
- экологик белем биреү;
- иҡтисади һәм башҡа объекттарҙың урынлашыу схемалары һәм проекттарының дәүләт экологик экспертизаһында ҡатнашыу;
- тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә ғилми кадрҙар һәм белгестәр әҙерләүҙә ярҙам;
- ҡурсаулыҡ биосфера полигоны территорияһында тирә-яҡ мөхитте юҡҡа сығармаған һәм биологик ресурстарға зыян килтермәгән рациональ идара итеү ысулдарын тикшереү һәм индереү.
Флораһы һәм фаунаһы
Ҡурсаулыҡ биләмәһендә ҡоштарҙың 122 төрө теркәлгән[6]. Улар араһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һирәк төрҙәрҙән кәлмәргән, бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, ҡара ҡауҙы, Европа ҡағарағы бар.
Ҡурсаулыҡ фаунаһында һөтимәрҙәрҙең 38 төрө йәшәй[7]. Мәҫәлән, үрғуян, ҡондоҙ, һыу көшөлө, ерән көшөл, туғырлама.
Һөйрәлеүселәрҙең һәм ер-һыу хайуандарының 6, балыҡтарҙың 9 төрө бар.
Уның территорияһында юғары ҡан тамырҙары үҫемлектәренең 370-кә яҡын төрө осрай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ В официальных документах: Государственный природный заповедник «Рдейский».
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 25.05.1994 № 526. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2012. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
- ↑ Официальный сайт
- ↑ Лист карты O-36-98 лесоучасток Сопки. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1988 г.
- ↑ Приказ МПР РФ от 17.02.2004 N 153 Об утверждении Положения о федеральном государственном учреждении "Государственный природный заповедник «Рдейский»(недоступная ссылка)
- ↑ Зуева Н. В. 2013. Птицы Рдейского заповедника (аннотированный список) // Труды государственного природного заповедника «Рдейский». — Великий Новгород, — Вып. 2. — С. 46-68.
- ↑ Завьялова Л. Ф., Завьялов Н. А. 2013. Фауна млекопитающих Рдейского заповедника и его охранной зоны // Труды государственного природного заповедника «Рдейский». — Великий Новгород, — Вып. 2. — С.18-45.
Әҙәбиәт
- РДЕ́ЙСКИЙ ЗАПОВЕ́ДНИК // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
Һылтанмалар
- Государственный природный заповедник «Рдейский». Официальный сайт. rdeysky.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2020. Архивировано 21 февраль 2014 года.
- Рдейский заповедник на сайте ООПТ России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2020. Архивировано 15 ноябрь 2020 года.
- Министерство природных ресурсов и экологии Российской Федерации. Архивировано из оригинала 9 декабрь 2007 года.