Резеда (исем)
Резеда — башҡорт һәм татар халҡында ҡатын-ҡыҙҙар исеме.
Этимологияһы
Билдәле шәхестәр
Вәлиева Резеда Тәфҡәлүн ҡыҙы (1930 йылдың 1 майы, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1932 йылдың 3 февралендә Башҡортостандың Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылында тыуған) — Татарстандың балалар яҙыусыһы, шағир, йыр текстары авторы, тәржемәсе.
Фәйзуллина Резеда Мансаф ҡыҙы (16 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-педиатр, аллерголог-иммунолог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010). Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2017)
Әминева Резеда Рәүф ҡыҙы (1 ғинуар 1964 йыл) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, ижади конкурстар лауреаты.
Резеда Әмәкәсова — (30 июль, Илсеғол ауылы, Миәкә районы БАССР). 2001 йылда «Актерлыҡ оҫталығы (драма театры һәм кино артисы)» һөнәре буйынса Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 2004 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында артист булып эшләй. Резеда Амекачева шулай уҡ ҡала һәм республика сараларында йырсы һәм концерт программаларын алып барыусы булараҡ сығыш яһай[3].
Шәйхинурова Резеда Рушан ҡыҙы (әҙәби псевдонимы Шахерезада Нурова, 1 март 1986 йыл Пермь). Пермь дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Мәскәүҙә йәшәй һәм һөнәре буйынса эшләй. «Дочь Монастыря», «Демон», «Сапфир» романдарының авторы. Һуңғыһы «Российский колокол» альманахында баҫылып сыға[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Резеда (лат. Reséda) — ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ингән, башаҡланып торған аҡ, һары йәки йәшкелт һары сәскәле түшәлеп үҫкән үҫемлек. Төрөнөң дөйөм иҫәбе 60-ҡа барып етә.
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- ↑ Резеда Амекачева
- ↑ Шайхнурова Резеда Рушановна
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ