Рыбак Натан Самойлович
Рыбак Натан Самойлович (21 декабрь 1912 йыл / 3 ғинуар 1913 йыл — 11 сентябрь 1978 йыл) — СССР яҙыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.
Биографияһы
Ната́н Само́йлович Рыба́к Украинаның Яңы Архангел районы Ивановка ауылында 1913 йылдың 3 ғинуарында (иҫк. 21 декабрь, 1912 йыл) йәһүд ғаләһендә тыуған.
Ете класс тамамлағас, фабрика-завод техникумында, артабан Киев химик-технологик институтта белем алған.
1931 йылдан үҙен әҙәби ижадҡа бағышлай. «Комсомолец Украины», «Комсомольская правда» гәзиттәренә яҙыша, «Молодой большевик» журналында хикәйәләре һәм очерктары баҫыла.
1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Бөйөк Ватан һуғышыында «Сталинский Сокол» фронт гәзите хәбәрсеһе була.
Н. С. Рыбак 1978 йылда автомобиль аварияһында һәләк була. Киевта ерләнгән.
Ижады
Беренсе хикәйәләр йыйынтығы «Дорогами борьбы» шәкәр заводы эшселәре тормошона һәм хеҙмәтенә бағышлана, ул 1931 йылда баҫылып сыға.
Артабан төрлө йылдарҙа «Пушки жерлами на восток»; 1934), «Ошибка Оноре де Бальзака»; 1940), «Переяславская рада»; 1—2‑се китаптар, 1948—53), «Солдаты без мундиров»; 1967) романдары донъя күрә.
Башҡортостанда эвакуацияла
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бер нисә йыл Өфөлә йәшәй . «Башҡортостан ҡояшы» («Солнце Башкирии») очерктар китабында һәм «Ҡорал үҙебеҙ менән» романында («Оружие с нами»; икеһе лә — 1943) тыл хеҙмәтсәндәренең фашизмды еңеүгә индергән ҡаһарман хеҙмәте, һуғыш йылдарында Башҡортостанға эвакуацияланған башҡа халыҡ вәкилдәре менән башҡорттарҙың дуҫлығы күрһәтелгән. Натан Рыбак әҫәрҙәрен башҡорт теленә Нәжиб Иҙелбай тәржемә иткән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1950)
- Октябрь Революцияһы ордены (08.01.1973)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (01.09.1945)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (24.11.1960; 24.01.1963)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (02.08.1944)
- миҙалдар
Сығанаҡтар
- С.Ғ.Сафуанов. Переяслав радаһы //Әҙәби Башҡортостан. 1954. № 5.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Рыбак Натан Самойлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 декабрь 2020)