Рәил Өмөтбаев

Раил Өмөтбаев Әғләм улы (рус. Уметбаев Раиль Аглямович; 1982 йылдың 4 авгусы, Аҡморон, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй эстрадаһы йырсыһы, композитор, автор-башҡарыусы, аранжировкалаусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021).

Тормош юлы һәм ижады

Раил Өмөтбаев 1982 йылдың 4 авгусында Баймаҡ районының Аҡморон ауылында тыуған. Атаһы — автобустар йөрөтөүсе, әсәһе — төрлө хеҙмәттәрҙә эшләгән. Ғаиләлә сәнғәткә һөйөү йәштән тәрбиәләнә: атаһы — гармунсы, әсәһе — йырсы булған.

Музыкаға ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан уҡ күренә. Мәҙәниәт йортонда сәнғәт етәксеһе булып эшләгәндә беренсе синтезаторы менән ныҡлы шөғөлләнә башлай. 2002–2004 йылдарҙа ауылда эшләгән сағында тәүге «Һағынам» йырын ижад итә. Был йыр уға йырсы булараҡ танылыу килтерә.

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында «Баш кейемдәре модельеры, ҡунаҡханалар сервисы туризмы менеджеры» һөнәрҙәренә уҡыған. Артабан Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында хоҡуҡ буйынса белем алған. Сәнғәт менән ҡыҙыҡһынған өсөн был белеме буйынса бер ҡасан да эшләмәгән[1].

Композитор булараҡ эшмәкәрлеге

Раил Өмөтбаев — популяр йырҙар авторы. Төп репертуары мөхәббәт, туған ер, милли рух темаларына бағышланған. Бик күп йырсылар — Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин), Гүзәл Әхмәтова, Айгөл Һағынбаева, Әнүәр Нурғәлиев, Айгөл Исрафилова һ. б. уның йырҙарын башҡара. Күп кенә балалар өсөн конкурстарға көйҙәр яҙа, гимндар һәм проекттар өсөн махсус музыка ижад итә.

Өмөтбаев һүҙҙәре менән генә түгел, көй менән дә йырҙың хисен тапшыра белә. Йырҙары араһында «Йылы һүҙҙәр ишетке килә», «Һағынам», «Йөрәгемде бирәм», «Ҡанаттарым булһа ине» һәм башҡа хиттар бар[1].

Раил Өмөтбаев «RU» исемле шәхси тауыш яҙҙырыу студияһы булдырған. Быға тиклем «РЦНТ» һәм «ТРК Башкортостан» структураларында эшләгән. Үҙен композитор ҙа, йырсы ла тип таныта[1].

Ғаилә хәле

Өйләнгән, ике улы — Артур һәм Асҡар. Тормош иптәше Гөлшат — һөнәре буйынса психолог. Ғаиләлә башҡорт телендә аралашырға тырышалар[1].

Ижади ҡараштары

Раил Өмөтбаев ижадта тәрән йөкмәткеле йырҙарҙы өҫтөн күрә. Милли темалар, туған тел, рухи ҡиммәттәр уның өсөн бик мөһим. Башҡортса ла, татарса ла ижад итә. Телдәрҙең туғанлығын, халыҡтарҙың дуҫлығын билдәләп, ике мәҙәниәт араһында күпер һала[1].

Маҡтаулы исемдәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021).

Йырҙары

Йөрәгем түз (Tatar Version), Һинең бәхетле күҙҙәр, Ачуланма (Tat Version), Аңлат әле, Йылдары (Bashkir Version), Башкортостан, Әкият (Tatar Version), Син калдырма (Tatar Version), Мин бәхетле, Синең бәхетле күзләр (Tatar Version), Икебезгэ бер бэхет (Tatar Version), Балаҡайым (Bashkir Version), Туй йыры, Диләм (Tatar Version), Йөрәккәем (Tatar Version), Тулган ай (Tatar Version), Һуңланың (Bashkir Version), Яратып китеп кара (Tatar Version), Гөлөм нурым, Килэм иркэм яныңа, Мин бэхетле (Bashkir Version), Еллары (Tatar Version), Ике йорэк (Tatar Version), Дай мне свою любовь (Rissian Version), Эзләмә (Tatar Version), Әти (Tatar Version), Янымда, Ҡашҡа ауылы, Балаҡаем, Соңладың (Tatar Version), Гөлем нурым (Tatar Version), Йэшлек шоу 2020, Гүзәл Өфөм, Ҡатай гимны.[2]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар