Нәбиуллин Рәфил Рауил улы

Рәфил Рауил улы Нәбиуллин (рус. Рафиль Равилевич Набиуллин1952 йылдың 23 ғинуары, Хажи (Ишембай районы), Башҡорт АССР-ы2002 йылдың 18 сентябре, Өфө) — актёр, педагог. 1973—2002 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1989 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.

Биографияһы

1952 йылдың 23 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Илеш районының Иҫке Хажи ауылында тыуған[1].

Бер аҙҙан уларҙың ғаиләһе Өфөгә күсеп килә.

Сәхнә менән бала сағынан уҡ ҡыҙыҡһына: 19-сы мәктәптә уҡығанда, Пионерҙар йортонда Валентина Тараканова етәкселегендәге балалар драма түңәрәгенә йөрөй башлай. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына килә. Унан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килгәс (1973 йыл), тәүге көндәрҙән үк үҙен талантлы, талапсан актёр итеп күрһәтә. Репертуарында драма комедия менән үрелеп бара: "Медея"ла (Еврипид) — Ясон, «Ҡыҙ урлау»ҙа (М. Кәрим) — Шәрәй, «Аҫылйәр»ҙә (М. Фәйзи) — Ғәбдрәшит, "Йәрем минең, Алиһәм"дә (Р. Байбулатов) — Адам Федорович, «Әкәмәтле һөйөү»ҙә (Лопе де Вега) — Рикардо, «Аты барҙың — дәрте бар»ҙа (Н. Ғәйетбай) — Ҡотлобай, "Әйҙәгеҙ, танышайыҡ"та (Г. Әхмәтҡужина) — Самат һәм башҡалар.

Рәфил Нәбиуллин 2002 йылдың 18 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

Башҡорт дәүләт академия драма театры музейында Рәфил Нәбиуллинға арналған экспозиция бар[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Нәбиуллин Рәфил Рауил улы — Башҡорт энциклопедияһы (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2022)
  2. Набиуллин Рафиль Равильевич – Награды России, 2000-07-26. ru.nagrady.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2024.
  3. 1 2 Набиуллин Рафиль Равилевич. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2024.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар