Мортазин Рәүеф Әхмәт улы

Рәүеф Әхмәт улы Мортазин (рус. Рауф Ахметович Муртазин; 1910 йылдың 15 ғинуары, Темәс, Ырымбур губернаһы — 1994 йылдың 10 апреле, Өфө) — совет композиторы, педагог, йәмәғәтсе. 1947—1951 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Мәҙәниәт министрлығының фольклор кабинеты мөдире, 1951—1957 йылдарҙа Башҡорт музыка училищеһы уҡытыусыһы. 1940 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947—1966 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзының идара рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990). II дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955, 1971).

Биографияһы

1910 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе[1] Темәс ауылында тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө музыка техникумының оркестр бүлексәһенә уҡырға инә. Бер үк ваҡытта Башҡорт драма театры оркестрында торбала уйнай. Хеҙмәт юлын 1930 йылда Баймаҡ баҡыр иретеү заводының тынлы оркестры етәксеһе булараҡ башлай. 1934—1936 йылдарҙа Баймаҡ һәм Стәрлебаш колхоз-совхоз драма театрҙарының музыкаль етәксеһе булып эшләй. 1937—1941 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһының башҡорт бүлексәһендә профессорҙар Г. Литинский, Е. Месснер, И. Яцевичтарҙың композиция класында уҡый.

Һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китә. Мәскәү эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша, яралана. 1946 йылда демобилизацияланғандан һуң, Рәүеф Мортазин музыкаль белем алыуын дауам итә һәм ошо уҡ йылда профессор В. Белыйҙың композиция класы буйынса консерваторияны тамамлап сыға.

1947 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1947—1966 йылдарҙа Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары була, күп тапҡырҙар Рәсәй һәм Башҡортостан композиторҙар союздары идаралары составына һайлана. 1947 йылдан БАССР Мәҙәниәт министрлығының фольклор кабинеты мөдире, 1951—1957 Өфө музыка училищеһында торба класы уҡытыусыһы булып эшләй. Башҡорт халҡының йыр сәнғәтен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә. Рәүеф Мортазин 300-ҙән ашыу халыҡ йырын яҙып ала, байтағы уның эшкәртеүендә башҡарыла.

Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө, әүҙем ижади эшмәкәрлеге өсөн ике «Почёт Билдәһе» ордены, «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Ижадсының хәрби наградалары ла бар: II дәрәжә Ватан һуғышы ордены 06.04.1985)[2] һәм «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы.

Композитор 1994 йылдың 10 апрелендә Өфөлә вафат була.

Төп әҫәрҙәре

Опералар:

Симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәре:

  • Ете симфония (1952; 1957, 2-се ред. — 1961; 1963; 1970; 1974—1976; 1980; 1984)
  • Увертюра;
  • Скрипка менән оркестр өсөн концерт (1964, 2-се ред.— 1968);
  • Торба менән оркестр өсөн концерт (1987).

Камера-вокаль әҫәрҙәре:

  • Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарына 150-нән ашыу йыр һәм романс.

Камера-инструменталь әҫәрҙәре:

  • Скрипка, виолончель һәм фортепиано өсөн трио (1944);
  • Фортепиано квинтеты (1976);
  • Виолончель һәм фортепиано өсөн сюита (1967).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • ике «Почет Билдәһе» ордены (8.6.1955, 1971)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (6.4.1985)[3]
  • миҙалдар, шул иҫәптән:
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957).
  • Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) — милли музыка, мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[4][5].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Х төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. ↑ Рауф Ахметович Муртазин. Tatarica.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2026.
  5. ↑ Был музыкант в строю солдатском. bv02.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2026.

Әҙәбиәт