Рәүҙе заводы

Рәүҙе заводы (рус. Ревдинский метизно-металлургический завод — 1734 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1732 йылда) Себер даруғаһының Ҡатай улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ А. Н. Демидов тарафынан нигеҙ һалына[1].

Географик урыны

Завод Чусыуҙың ҡушылдығы Рәүҙе йылғаһы буйында урынлашҡан[2][3].

Тарихы

17341745 йылдарҙа, 1829 йылда һәм артабан 1843 йылдан — Демидовтар, 1805 йылда — А. В. Зеленцов, 1817 йылда — А. һәм П. Зеленцовтар, 1873 йылдан — Г. М. Пермикин, 1897 йылдан — В. А. Ратьков‑Рожнов, 1913 йылдан — П. Г. Солодовников завод хужаһы була. Предприятие 1819 һәм 1879 йылда — ҡаҙна, 1835 йылда — Дәүләт заём банкыһы ҡарамағында. Рәүҙе тау округына инә[1].

Октябрь революцияһынан һуң, 1918 йылда, завод дәүләт милкенә алына[1].

1734 йылда эшләй башлаған осорҙа завод 96 мең дисәтинәнән ашыу ер биләгән. Уның ике домна мейесе, 20 горны, 10 сүкеше, XVIII быуат аҙағында — ике домна мейесе, 25 горны, 11 сүкеше, ике йәмшәйтеү станы, XX быуат башында ике домна, ҡыҙҙырыу, сағылдырыу, алты пудлингылау, өс йәбештереү мейесе, өс сүкеше, дүрт прокат станы, 18 тимерлек горны була[1].

XVIII быуаттың аҙағында заводта 1996 крепостной крәҫтиән, 2374 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә, XX быуат башында эшселәр — 2140, 1917 йылда — 11078 тәшкил итә[1].

17831796 йылдарҙа 3124,8 мең бот суйын иретелә, уртаса йыллыҡ етештереүсәнлек 240,9 мең бот тәшкил итә. 1760 йылға 97 мең бот суйын һәм 59,5 мең бот тимер, 1800 йылда — ошоға ярашлы 329,5 һәм 76,4, 1860 йылда — 649,5 һәм 211,2, 1900 йылда — 603,1 һәм 356,7; 1913 йылда — 678,2 мең бот суйын, 740,3 мең бот тимер, 850,3 мең бот ҡорос етештерелә. 1840 йылдар аҙағында пудлингылау индерелә (1907 йылға тиклем). 1950 йылдар аҙағында баҡыр иретеү үҙләштерелә (4,3 мең бот баҡыр алынған); 1907 йылда мартен производствоһы индерелә[1].

1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алына, 200‑гә яҡын завод крәҫтиәне боласыларға ҡушыла[1].

1800 йылда, 18241826 йылдарҙа һәм 1841 йылда күмер яндырыусы эшселәр араһында, етештереү буйынса ҡуйылған күләмде кәметеүҙе талап итеп, сыуалыштар була. 1867 йылда завод эшләмәй[1].

Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң, Рәүҙе заводында снаряд ҡоросо, хәрби ихтыяждар өсөн металл (никелле суйын һәм башҡалар), снаряд, тимер сыбыҡ етештерелә[1].

1915 йылда заводҡа Пермь тимер юлы үтә. Рәүҙе заводы базаһында «Рәүҙе метиз‑металлургия заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторола[1].

Хәҙер завод ҡасабаһы урынында Рәүҙе ҡалаһы урынлашҡан[1].

19251930 йылдарҙа завод «Лена Голдфилдс Лтд» акционерҙар йәмғиәтендә концессияла була. 1920 йылдар аҙағында заводта тартыу һәм ҡаҙаҡлау цехы, сымдарҙы цинклау цехы эшләй башлай[2].

1941 йылда шөрөп цехы сафҡа индерелә, 1943 йылда яңы мартен цехы төҙөлә, винттар, заклепкалар етештереү башлана. 1941 йылда сәнскеле тимер сыбыҡ етештереү күләме 50 тапҡырға арта, сылбырҙар һәм шплинттар етештереү күбәйә. 19411945 йылдарҙа завод авиация һәм танк сәнәғәте өсөн продукция, "Катюша"лар өсөн гильзалар сығара[2].

1949 йылда яңы ҡорос сым цехы, 1951 йылда — цинклау, 1953 йылда — ҡаҙаҡлау цехы эшләй башлай. 1956 йылда окалинды гидрод сығарыу, ҡойолмаларҙы йылытыу режимы, катанканы крюк конвейеры менән күсереү, прокатлау цехында моталоктарҙың эше механизациялана һәм автоматлаштырыла. 19731974 йылдарҙа мартен мейестәренең һыйҙырышлылығы 70 тоннанан 185 тоннаға тиклем арта. 19501970 йылдарҙа ҡойоу һәм ремонт-механика цехы, электр цехы, үҙәк пар ҡаҙанлығы, төп түбәнәйтеү подстанцияһы эшләй башлай, йылылыҡ агрегаттарын тәбиғи газ менән йылытыуға күсереү тормошҡа ашырыла. Илдә тәүге тапҡыр йыйылма һөрнәмдәр эшләнә һәм файҙаланыуға индерелә, улар һөйрәү станоктарының етештереүсәнлеген арттыра, инструменттың ныҡлығын көсәйтә һәм электр энергияһын тотоноуҙы кәметә. Тимер сым цехында сымды төрөү тоташтырыусы катушкалар ярҙамында башҡарыла, әҙер продукцияны тимер юл вагондарына тейәү механизациялана[2].

19701980 йылдарҙа 94,0 мең кубометр ҡеүәтендәге таҙартыу ҡоролмалары һәм һыу менән тәьмин итеүҙең ябыҡ системаһына күсергә мөмкинлек биргән әйләнешле һыу объекттары эшләй башлай. Купорос ҡоролмаһы, 50 машинаға иҫәпләнгән гараж, компрессор станцияһы, 110/6 кВт төп түбәнәйтеү подстанцияһы, үҙәк автоматлаштырыу һәм механизациялау лабораторияһы файҙаланыуға тапшырыла, һыуҙы химик таҙартыулы ҡаҙанлыҡ реконструкциялана[2].

19801990 йылдарҙа мартен цехында яңы ҡорос ташыу арбалары һәм юғары һыйҙырышлы сүместәр, биш тонна йөк күтәреү һәләтенә эйә булған бушатыу машиналары эшләй башлай. Мартен цехы СССР-ҙа беренсе булып мартен мейестәре подиндарын ваҡланған магнезит порошогы менән йәбештереүҙең яңы технологияһын ҡуллана. Урал ҡара металдар ғилми-тикшеренеү институты менән берлектә заводта суйынды магний менән модификациялап ҡойоу технологияһы эшләнә. Тимер сым цехында баҫым аҫтында майлау менән ҡорос сымды һөйрәү технологияһы индерелә, гидродинамик ышҡылыу режимына көйләнгән йыйылма һөйрәүҙәр ҡулланыла башлай. Завод технологияһы буйынса сым етештереү лицензияһы Венгрияға һатыла. Советтар Союзында эшләнгән һәр бишенсе винт Ревдала сығарыла[2].

«Скет» фирмаһының 45 яңы һөйрәү станы, 139 ҡаҙаҡ автоматы, шөрөп етештереү өсөн 36 автомат-комбайн, 11 селтәр үреү автоматы, сылбырҙар етештереү буйынса ике линия эшләй башлай. Шөрөп цехында мәҙәни-көнкүреш тәғәйенләнешендәге изделиеларҙы гальваник ҡаплау өсөн линия (АЛГ128) эшләй башлай, ҡаҙаҡ цехында метиздарын төрөү өсөн грек фирмаһы «Ламиас»тың автомат линиялары ҡуйыла, диффузиялы цинк менән ҡапланған изделиелар һәм ялтыр цинк менән ҡапланған сымдар сығарыла. Мартен мейесендә «Велко» фирмаһының инжектор ҡоролмаһын ҡулланған металл углеродлау технологияһы индерелә. Йыллыҡ ҡеүәте ҡорос буйынса 148,0 мең тонна булған мартен производствоһы, диаметры 6,5 мм булған катанка сығарыу буйынса 112 мең тонналы прокат производствоһы эшләй башлай[2].

2001 йылда Ревда металлургия заводының Түбәнге Серге металлургия заводы менән берләшеүе һөҙөмтәһендә Түбәнге Серге метиз-металлургия заводы ойошторола[4].

Продукцияһы

Төрлө тәғәйенләнештәге сымдар

  • иретеп йәбештереү өсөн,
  • иретеп йәбештереү өсөн легирланған,
  • һауа элемтә линиялары өсөн,
  • электр сымдарын һәм кабелдарын ялатыу өсөн, шул иҫәптән баҡыр менән ялатылған,
  • тимер-бетон конструкцияларҙы арматуралау өсөн,
  • полиграфия өсөн,
  • дөйөм тәғәйенләнешле.

Ҡаҙауҙар

  • төҙөлөш өсөн,
  • шифер ҡағыу өсөн ,
  • йәшниктәрҙе нығытыу өсөн,
  • ҡыйыҡ ҡаплау өсөн,
  • ҡыйыҡты толь менән ябыу өсөн,
  • түңәрәк, биҙәү ҡаҙаҡтары һәм формаланған ҡаҙауҙар.
  • тимер юл рельстарын нығытыу өсөн костылдар.

Метиздар

  • шөрөптәр, йәшерен, ярым йәшерен һәм ярым түңәрәк башлы винттар, ярым түңәрәк башлы һәм мыйыҡлы болттар, сылбырҙар, селтәр, атлама ҡыҫҡыстар[2].

Төп һатып алыусылар: электрод заводтары, машина эшләү заводтары, төҙөлөш ойошмалары, тимер-бетон изделиелар етештереү буйынса заводтар, мебель етештереүселәр[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. РӘҮҘЕ ЗАВОДЫ  (Тикшерелеү көнө: 24 март 2025)
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Металлургические заводы Урала XVII-XX вв. Энциклопедия / глав. ред. Алексеев, Вениамин Васильевич. — Екатеринбург: Академкнига, 2001. — С. 400—402.
  3. Ревдинский железоделательный и чугуноплавильный завод // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. с=212—213