Санъяров Фәнзил Бүләк улы

Фәнзил Бүләк улы Санъяров (рус. Фанзиль Булякович Саньяров; 1953 йылдың 17 феврале, Бишауыл-Уңғар, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй ғалимы, филолог, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы[1].

Биографияһы

Фәнзил Бүләк улы Санъяров 1953 йылдың 17 февралендә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған. Һәүәләй урта мәктәбен тамамлағас, Совет Армияһында хеҙмәт итә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Синтетик каучук» заводында аппаратсы булып эшләй[1].

1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология, 1988 йылда Свердловск дәүләт педагогия институтының дефектология, 2000 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының юридик факультеттарын тамамлаған.

Мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар етәксе вазифалар башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • Рәсәй мәғариф алдынғыһы
  • Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы
  • Педагогик хеҙмәт ветераны
  • Башҡортостан һәм Рәсәйҙең «Йыл уҡытыусыһы» (1993, 1994 йылдар)
  • Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Почёт грамотаһы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Фәнзил Бүләк улы Санъяров — әүҙем йәмәғәтсе. I—III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты, Башҡарма комитет, Совет ағзаһы. Бөгөнгө көндә Мәғариф һәм фән комиссияһы рәйесе. Өфө ҡала округы хакимиәтенең туған һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса комиссияһы ағзаһы[1].

Ижады

Әҙәби ижад һәм журналистика өлкәһендә әүҙем шөғөлләнә. Республика баҫмаларында шиғырҙары, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, публицистик очерктары баҫыла. Ул — «Ватандаш», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдары, «Башҡортостан» гәзите лауреаты. 2011 йылда «Башҡортостан» гәзите ойошторған «Һөйөү һалдың кескәй йөрәгемә…» республика конкурсында II урын яулай[1].

Өс китап һәм 150-нән ашыу ғилми мәҡәлә авторы.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар