Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы
Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы (рус. Смаков Муса Гатиятуллович ; 1885 — ?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫы.
Биографияһы
Муса Ғәтиәтулла улы Смаҡов 1885 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Смаҡ ауылында хәлле башҡорт ғаиләһендә тыуған[2].
Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлай. Мөғәллимлек итә.
1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла һәм уны етәкләүсе шәхестәрҙең береһенә әүерелә. I, II һәм III Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарын ойоштороп үткәреү эштәрендә ҡатнаша.
1917 йылдың авгусынан — Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы[3].
1917 йылдың ноябренән Башҡорт Хөкүмәтенең мәғариф бүлегенә етәкселек итә.
1917 йылдың декабрендә Кесе Ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана[4].
1918 йылда Арғаяш кантонында Башҡорт Хөкүмәте уполномоченныйы булып эшләй. 1918 йылдың октябрь-декабрендә Ваҡытлы Себер Хөкүмәте полковнигы Велес күрһәтмәһе буйынса Х. Ҡ. Ҡушаев һәм башҡалар менән бергә ҡулға алынып, төрмәгә ултыртыла.
1919 йылда Башҡортостан хәрби-революцион комитетында эшләй.
1920 йылдың декабрендә Муса Смаҡов Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Халыҡ мәғарифы комиссариатының коллегия ағзаһы була.
1930 йылдарҙа Өфөлә «Южураллес» тресында эшләй.
1936 йылда репрессияға эләгә. Аҡлана. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Хеҙмәте
• Муса Ысмаҡ. Беренсе башҡортса уҡыу китабы. Өфө, Башкнига, 1923 й.
Хәтер
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы.
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. СМАҠОВ Муса Ғәтиәтулла улы (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2025)
- ↑ Постановления 2-го областного Съезда Башкир. 25—29 августа 1917 года, г. Уфа
- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: Башкортостан, 2005. — С. 53. — 304 с.
- ↑ Альфина ЗИГАНШИНА. Не забываем о своих земляках. Сайт редакции Мелеузовской районной газеты «Путь Октября». 29 сентября 2017 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2025)
Әҙәбиәт
• История башкирского народа: в 7 Т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа; Гилем, 2010 — Т. К. — С.119. — 468.
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. СМАҠОВ Муса Ғәтиәтулла улы (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2025)
• Девушка из Стерлитамака составила лучшее шежере. Медиапроект Cityopen.ru. 15 апреля 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2025)