Солтанов Мостафа Фазылғәфәр улы

Солтанов Мостафа Фазылғәфәр улы (1906 — 27 апрель 1992) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы 45-мм батареяһы тоҫҡаусыһы[1]. «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1943)[1] кавалеры.

Биографияһы

Мостафа Фазылғәфәр улы Солтанов 1906 йылда Башҡортостандың Йылайыр районы Шәмсетдин ауылында тыуа[1]. 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға Башҡорт АССР-ының Матрай районы хәрби комитеты тарафынан саҡырыла[1]. Хеҙмәт юлын данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында үтә: 58-се кавалерия полкының 45-мм батареяһы тоҫҡаусыһы була. Батыр яугир дивизия составында Берлингәсә барып етә, «Ҡыҙыл Йондоҙ» орденына (1943) һәм бер нисә миҙалға лайыҡ була. Мостафа Фазылғәфәр улы йыш ҡына мәктәп уҡыусылары менән осраша, уларға дәһшәтле һуғыш йылдары тураһында һөйләй, айырыуса Дон, Днепр йылғаларындағы ҡаты алыштарҙа бик күп яуҙаштары һәләк булғанын, танкыларға ҡаршы ташланғанда 90 яугирҙан 18 кеше генә тороп ҡалғанын онота алмай[2]. Днепрҙы аша сыҡҡанда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3].

1992 йылдың 27 апрелендә вафат була һәм тыуған ауылы зыяратында ерләнә[1].

Һылтанмалар