Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре көнө
Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре көнө | |
---|---|
Дәүләт |
Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре көнө — Рәсәйҙә 17 декабрҙә билдәләнгән иҫтәлекле көн[1].
Һөнәри байрам 1995 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы булдырыла. 2006 йылда байрамдар категорияһынан иҫтәлекле көндәр категорияһына күсерелә. Үҙ көндәре булдырылғанға тиклем ядро паритетын һаҡлаусылар 19 ноябрҙә билдәләнгән Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнөн билдәләй[2].
Тарихы
1959 йылдың 17 декабрендә, СССР Министрҙар Советы Ҡарарына ярашлы, СССР Ҡораллы Көстәренең яңы — СССР-ҙың Стратегик тәғәйенләнештәне ракета ғәскәрҙәре көнө, уның баш штабы һәм хәрби идаралыҡтың башҡа органдары булдырыла. Баш командующий вазифаһына артиллерия маршалы Митрофан Неделин тәғәйенләнә[3].
Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре һуғыштан һуңғы йылдарҙа хәрби-сәйәси хәл-торош киҫкенләшеүгә, АҠШ һәм НАТО-ның башҡа ағза-илдәрендә ҡоралланыу тиҙ үҫешеүгә бәйле булдырыла, сөнки СССР именлегенә хәүеф янай[2].
Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре (РВСН) үҫеше тарихында Рәсәйҙең Оборона министрлығы бер нисә төп этапты билдәләй[2]:
- 1946—1959 — СССР-ҙа РВСН булдырыу өсөн база әҙерләү. Ракета-ядро ҡоралы, идара ителеүсе баллистик ракеталарҙың тәүге өлгөләре эшләнә. Шунда уҡ ракета частары һәм берләшмәләре ойошторола. 1957 йылда беренсе Р-7 ватан ҡитға-ара баллистик ракетаһы осорола, ә ике йылдан һуң, 1959 йылдың декабрендә Плецеск космодромында был ракеталар стартҡа ҡуйыла[4].
- 1959—1965 — СССР Ҡораллы Көстәренең яңы төрө булараҡ, РВСН булдырыла һәм аяҡҡа баҫтыырла.
- 1965—1973 — СССР-ҙа бер генә стартлы икенсе быуын мобиль баллистик ракета төркөмө булдырыла. РВСН илдең стратегик ядро көстәренең төп өлөшөнә әүерелә һәм СССР менән АҠШ араһындағы хәрби-стратегик паритетҡа өлгәшеүгә төп өлөш индерә.
- 1973—1985 — РВСН баш өлөшө айырылып торған һәм дошмандың ракетаға ҡаршы оборонаһын үтеү сараларына һәм урта арауыҡтағы баллистик ракета комплекслы өсөнсө быуын ракета комплекстары менән йыһазландырыла. Ҡоралланыуға РС-18, РС-20 һәм РС-16 мобиль баллистик ракеталар, РСД-10 («Пионер») мобиль грунт ракета комплексы ҡабул ителә.
- 1985—1992 — ҡоралланыуға дүртенсе быуын РС-22, РС-20В һәм «Тополь (ракета комплексы)» мобиль баллистик ракеталы стационар һәм мобиль ракета комплекстары һәм өр-яңы ҡорал һәм ғәскәр менән автоматлаштырылған идара итеү системаһы ҡабул ителә.
- 1992 йылдан — РВСН Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең өлөшө булып китә. Рәсәйҙән ситтәге ракета комплекстары юҡ ителә. хәрби дежкрствоға бишенсе быуын «Тополь-М» ракета комплексы сығарыла.
- 1997 — РВСН Хәрби-йыһан көстре һәм Ракета-йыһан оборона ғәскәрҙәре менән берләштерелә.
- 2001 — РВСН Ҡораллы көстәр төрөнән ике үҙ аллы, әммә тығыҙ бәйләнештә тороусы Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре һәм Йыһан ғәскәрҙәре төрөнә айырыла.
- 2009—2010 — хәрби дежурствоға РТ-2ПМ2 ракеталы «Тополь-М» ракета комплексы сығарыла.
- 2010 йылдың июненән — ракета төркөмө ҡыҫҡартыла; уны хәрби әҙерлек торошонда тотоу һәм артабан модернизациялау саралары үткәрелә. Яңы ракета комплекстары эшләнелә, хәрби идара итеү системаһы камиллаштырыла[2].
РВСН хәҙерге ваҡытта
Әлеге ваҡытта РВСН — РФ Ҡораллы Көстәренең айырым ғәскәр төрө. Төп штабы мәскәү өлкәһенең Власиха ҡалаһында урынлашҡан[4]. РВСН Владимир, Омск, Ырымбур ҡалаларында урынлашҡан һәм һәр саҡ әҙерлек һыҙатында булған 12 ракета дивизияһынан торған 3 ракета армияһы идаралығынан ғибәрәт. Уларҙың ҡоралланыуында сама менән 400 тирәһе алты төр ракета комплексы ҡоролмаһы бар, шул иҫәптән стационар һәм мобиль ҡоролмалар ҙа бар[2]. Стационар ултырған Рәсәй ракеталары нигеҙен «ауыр» (РС-20В «Воевода») һәм «еңел» (РС-18А «Стилет», РС-12М2 «Тополь-М») класлылар тәшкил итә[5]. Рәсәй Федерацияһы Стратегик ядро көстәренең 60 проценты тсамаһын РВСН алып тора[4]. Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре илдең 21 субъекты территорияһында урынлашҡан[5].
Был төр ғәскәрҙәрҙең үҙенсәлеге шунда — улар бер ваҡытта ла хәрби көс булараҡ ҡулланылмай, әммә ватандың башҡа стратегик ядро көстәренең башҡа компоненттары менән бергә проблемалы хәрби-сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша[5].
РВСН даими хәрби әҙерлектә булған, өҙлөкһөҙ дежкрлыҡ алып барған һәм Рәсәй Ҡораллы көстәре Юғары Баш командующийы бойороғо менән теләһә ҡайһы ваҡыт хәрби бурыс үтәргә әҙер ғәскәр. Һәр тәүлек дежур көстәр составында хәрби поста алты мең самаһы хәрби хеҙмәткәр тора[5].
Байрам итеү
Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре 1959 йылда барлыҡҡа килһә лә, үҙ байрамдары ни бары 1995 йылда ғына, РФ Президентының 10 декабрҙәге 1239-сы Указына ярашлы булдырыла[6]. Әммә 2006 йылдан, Рәсәй Федерацияһы Президентының 31 майҙағы 549-сы Указына ярашлы, иҫтәлекле дата — Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре көнө итеп үҙгәртелә[2].
Был дата йыл һайын РВСН-дың барлыҡ хәрби частарында һәм уҡыу йорттарында байрам саралары менән билдәләнә, хеҙмәттә айырылып торған хәрбиҙәргә наградалар тапшырыла, хәрби исмедәр бирелә[3].
Шулай уҡ РВСН көнөндә дивизия ҡорамдарына һәр саҡ Тыуған илен һаҡлаған, Хәрби-Һауа ғәскәрҙәренең ҡурсалаусыһы, изгегә тиңләштерелгән Илия Муромец иконаһын килтереү ҡабул ителгән[3]. Шулай уҡ РВСН изге бөйөк яфаланыусы Варвараны ла (хәтер көнө 17 декабргә тура килә) хөрмәт ит. Тап уны 1995 йылда Рус православие сиркәүе Мәскәүҙең һәм Бөтә Рустең Изге Патриархы Алексия II фатихаһы менән РВСН-дың һауа ҡурсалаусыһы тип иғлан итә[4].
Ә иң төп тантана — РВСН көнө айҡанлы йыл һайын Кремлдә үтә[3].
Әҙәбиәт
- Ракетные войска стратегического назначения: истоки и развитие / Под ред. Н. Е. Соловцова. — М.: ЦИПК, 2004. — 320 с.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 31 мая 2006 г. N 549 Об установлении профессиональных праздников и памятных дней в Вооруженных Силах Российской Федерации . Российская газета (3 июнь 2006). Дата обращения: 18 июнь 2019. Архивировано 19 ғинуар 2012 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Ракетные войска стратегического назначения . Министерство обороны Российской Федерации. Дата обращения: 11 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 3 4 Дарья Ивашкина. День РВСН в 2023 году: история и традиции праздника . Семья. Комсомольская правда. Дата обращения: 11 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 3 4 Людмила Петрова. 17 декабря - День Ракетных войск стратегического назначения. История и традиции праздника . Российская газета (17 декабрь 2021). Дата обращения: 11 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 3 4 День Ракетных войск стратегического назначения . Российское информационное агентство «Победа РФ» (17 декабрь 2022). Дата обращения: 11 декабрь 2023.
- ↑ Указ Президента России № 1239 от 10 декабря 1995 г. Архивная копия от 19 ғинуар 2010 на Wayback Machine
Һылтанмалар
- Ракетные войска стратегического назначения на сайте МО РФ
- Музей Ракетных войск стратегического назначения
- М. Лукин, А. Стукалин (авторы-составители). На большом ракетном // Журнал «Власть». — ИД «Комерсантъ», 2009. — 14 декабрь (№ 49 (853)).
- Ҡалып:РВО
- Наш ядерный щит остаётся надёжным. Интервью с С. В. Каракаевым // Красная звезда, 17.12.2018
- Какую ракету испытало Минобороны в День космонавтики. Новая система станет важным элементом в разработке российского гиперзвукового оружия // Известия, 16 апреля 2023