Сулпан (исем)
Сулпан — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа киң ҡулланылған ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат исеме.
Этимологияһы
Билдәле шәхестәр
Сулпан Ғосман улы Иманғолов — (1 ғинуар 1932 йыл — 9 ғинуар 2001 йыл) — башҡорт журналисы һәм сатирик шағиры, СССР Журналистар (1958) һәм Яҙыусылар (1981) союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин (1996) һәм Булат Рафиҡов (2001) исемендәге премиялар лауреаты.
Сулпан Билалова Билал ҡыҙы — (16 март 1965 йыл) — рәссам, дизайнер һәм педагог. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).
Сулпан Рәил ҡыҙы Асҡарова — (3 ноябрь 1973 йыл, Баймаҡ ҡалаһы) — хореограф, эстрада художество етәксеһе, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
Сулпан Рәжәп ҡыҙы Миңлебаева (6 май 1961) — уҡытыусы, шағир,Әбйәлил районы Туйыш ауылында тыуған."Һигеҙ ожмах асҡысы" шиғырҙар китабы авторы
Сулпан Миҙхәт ҡыҙы Сәлимова — ғалим, педагогия фәндәре кандидаты
Сулпан Абдулхаҡ улы Ғайсин (26 май 1935 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылында тыуған.
Сулпан Наил ҡыҙы Хаматова (1 октябрь 1975 йыл) — Рәсәй театр һәм кино актёры. Мәскәү «Современник» театрының төп актёры. Рәсәй Федерацияһының аткаҙанған һәм халык (2012) артисы. Ике мәртәбә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2004)
Йырҙар
- Сулпан йондоҙо — башҡорт халыҡ йыры.
Ауылдар
Топонимияла
Сулпан (йылға) (рус. Сыльна) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Мәнәүез йылғаһының һул ярына тамағынан 29 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сулпан (балалар театры) — Сибай ҡалаһында
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Һылтанмалар
- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында»
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.