Суфияров Илдар Филорет улы

Суфияров Илдар Филорет улы (15 ноябрь 1971 йыл — 12 апрель 2024 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре хәрби хеҙмәткәре, өлкән лейтенант, «Башҡортостан» полкының 2-се мотоуҡсылар ротаһының 2-се мотоуҡсылар взводы командиры[1].

Рәсәй Федерацияһы Геройы (2024, үлгәндән һуң)[2].

Биографияһы

Илдар Филорет улы Суфияров 1971 йылдың 15 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1994 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын нефть эшкәртеү тармағында башлай һәм өс тиҫтә йылдан ашыу шунда эшләй[3].

Ильдар Суфияров 2023 йылдың майында РФ Оборона министрлығы менән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөй[4].

31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының реактив артиллерия взводы командиры була[3].

2025 йылдың 18 сентября Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнә[5].

Батырлығы

12 апрелдә Махсус хәрби операция зонаһында Илдар Филорет улы етәкселегендәге төркөм бер нисә сәғәт позицияларын һаҡлай. Дошман һөжүмен кире ҡағып, Суфияров бер үҙе ҡала. Әсирлеккә бирелергә теләмәй, яугир үҙен һәм Украинаның өс хәрбийен граната менән шартлата[2].

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән Ильдар Суфияровҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә[6].

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Суфияров хаҡында былай ти:

Батыр яугир, ҡаҡшамаҫ ихтыярлы һәм ҡаты холоҡло ул хеҙмәттәштәре хәтерендә шулай булып ҡалыр. Взвод менән оҫта етәкселек итте, йыш ҡына дошман уты аҫтында хәрби бурыстарын үтәне.

Хәтер

2025 йылда Өфө урамдарының береһенә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исеме бирелә[7].

Иҫкәрмәләр

  1. «Башҡортостан», ГТРК. Өфөлө Ильдар Суфияровҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде (12 октябрь 2024). 12 октябрь 2024 тикшерелгән.
  2. 1 2 Путин үлгәндән һуң Өфөнән Ильдар Суфияровҡа Рәсәй Геройы исемен бирҙе. РБК УФА (12 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2024.
  3. 1 2 Несгибаемой воли человек! Боец «Башкортостана» вспомнил командира — Героя России
  4. Өфөнән Ильдар Суфияровҡа Рәсәй Геройы исеме үлгәндән һуң бирелде. Газета.ру (12 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2024.
  5. Сегодня Башкирия простится с Героем России Ильдаром Суфияровым. 16 октябрь 2025 тикшерелгән.
  6. Путин үлгәндән һуң Ильдар Суфияровҡа Рәсәй Геройы исемен бирҙе (12 октябрь 2024). 12 октябрь 2024 тикшерелгән.
  7. В Уфе улице присвоено имя Героя России Ильдара Суфиярова  (рус.). 16 октябрь 2025 тикшерелгән.