Сәйетов Илдар Ширҡәт улы

Сәйетов Илдар Ширҡәт улы (рус. Саитов Ильдар Ширкатович1957 йылдың 25 ғинуары, Баҡалы, Баҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, СССР2020 йылдың 14 октябре, Өфө, Рәсәй) — совет, Рәсәй театр һәм кино актёры. 1983—2020 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) артисы[1].

Биографияһы

1957 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Баҡалы ауылында тыуған.

Баҡалыла 2-се урта мәктәпте тамамлағас, урындағы кирбес заводында эшләй, хәрби хеҙмәтен үтәй.

1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтынының (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) театр сәнғәте факультетын (педагогтары — Рифҡәт Исрафилов, Павел Мельниченко) тамамлай һәм вафатына тиклем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.

Бер үк ваҡытта Башҡортостан телевидениеһы менән хеҙмәттәшлек итеп, «Китап тартмаһында», «Сатира һәм юмор» тапшырыуҙарын алып бара. «Беҙ өсәү инек», «Кинйә» телефильмдарында төшә.

Актёр 2020 йылдың 14 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[1].

Ролдәре

Спектаклдәрҙә 70-тән ашыу роль уйнай:

  • Адвокат Нагело — «Илай белмәгән ҡатын», Э. де Филиппо;
  • Андрей — «Апалы-һеңлеле өсәү», А. Чехов;
  • Буштец — «Рядовойҙар», А. Дударев;
  • Великатов — «Таланттар һәм табыныусылар», А. Островский;
  • Вильдан — «Бибинур, аһ, Бибинур!», Ф. Бүләков;
  • граф Федерико — «Бесән өҫтөндәге эт», Л. де Вега;
  • капитан Казарян — «Ярлыҡау», М. Кәрим;
  • Ҡудашев — «Һуңғы уҙаман», А. Абдуллин;
  • Ҡудашев — «Ун өсөнсө председатель», А. Абдуллин;
  • Кудимов — «Өлкән ул», А. Вампилов;
  • Тимербай — «Эх, Байтимер дуҫ, Байтимер дуҫ», Р. Кинйәбаев;
  • Толпар — «Ҡанатланып ос һин, Толпарым!», Ф. Бүләков;
  • Ялсығол — «Ай тотолған төндә», М. Кәрим[1];
  • доктор Вольф Карлович Лейбе — «Зөләйха күҙҙәрен аса», Г. Яхина[2].
кинола
  • Омар — «Айыу», фильм (2005);
  • полковник Безухов — «Ирлән көнө», фильм (2003);
  • табип — «Ҡырағай», ҡыҫҡа метрлы фильм (2017)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002);
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1994);
  • А. Мөбәрәков исемендәге премия (1995)
  • «Туғанлыҡ» фестиваленең гран-прийы (Өфө) (1996)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019)[4];
  • Дамир Сиражиев исемендәге премия (Татарстан, 2004)[2];
  • VI халыҡ-ара «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестиваленең «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһы лауреаты (2017) — «Антигона» спектаклендәге дәрүиш роле өсөн[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Т. Н. Хайбуллина. Сәйетов Илдар Ширҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. 1 2 Ушел из жизни народный артист Башкортостана Ильдар Саитов. culture.bashkortostan.ru (14 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2026.
  3. Ильдар Саитов. Фильмография. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2026.
  4. Список работников Башкирского академического театра драмы имени М. Гафури, награждённых государственными наградами Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2026.
  5. Аглиуллина А. В Уфе объявили лучший спектакль фестиваля «Туганлык». ИА «Башинформ» (14 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә