Сәрүәров Ғәрәф Сәрүәр улы

Сәрүәров Ғәрәф Сәрүәр улы (рус. Сарваров Гараф Сарварович 1906 йыл24 февраль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы.

Биографияһы

Ғәрәф Сәрүәр улы Сәрүәров 1906 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иҫке Уртай ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Дүртөйлө районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында минометчик булып хеҙмәт итә[1].

1943 йылдың 24 февралендә Украина ерҙәрендә барған аяуһыҙ һуғышта батырҙарса һәләк була. Укриананың Ворошиловград өлкәһенең (хәҙер Луганск өлкәһе) Иванов районындағы Юлино ауылына туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[2].

Юғалтыуҙар исемлегендә Сәрүәров Ғәрәф Сәрүәр улының Дүртөйлө районы Иҫке Уртай ауылында йәшәгән ҡатыны Сәрүәрова Сәжиҙә күрһәтелгән[2]

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18001 Дело ист. информации: 1369