Сәфәров Ғөбәйҙулла Нәбиулла улы

Сәфәров Ғөбәйҙулла Нәбиулла улы (рус. Сафаров Губайдулла Набиуллинович ? — 22 февраль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы.

Биографияһы

Сәфәров Ғөбәйҙулла Нәбиулла улы сығышы менән хәҙерге Башҡортостандың Мәләүез районынан. Ҡыҙыл Армия сафына Мәләүез районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында повозочный һәм разведчик булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 22 мартында Украина территорияһында барған ҡыҙыу һуғышта батырҙарса һәләк була. Украинаның Ворошиловград өлкәһе (хәҙер Луганск өлкәһе) Юлино-2 станцияһы районында ерләнгән[2].

Һылтанмалар