Сәфәрғәлиев Ғәфиәт Байрамғәле улы

Сәфәрғәлиев Ғәфиәт Байрамғәле улы (рус. Сафаргалиев Гафият Байрамгалиевич) — (1912 йыл — 12 апрель 1944 йыл), легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой, һуңыраҡ гвардия өлкән сержанты.

Биография

Сәфәрғәлиев Ғәфиәт Байрамғәле улы 1912 йылда хәҙерге Башҡортостандың Благовар районында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылдың авгусында Благовар районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1].

1944 йылдың 12 апрелендә Украина ерҙәрендә барған ҡыҙыу һуғышта һәләк була. Украинаның Волынь өлкәһе Верба ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Юғалтыуҙар исемлегендә Благовар районында йәшәгән ҡатыны Р. Сәфәрғәлиева күрһәтелгән[2].

Сығанаҡтар

  • ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 977520 Дело ист. информации: 813