Ташҡаҙған (Силәбе өлкәһе)
Ташҡаҙған (рус. Ташказган) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Агаповка районы составына кереүсе ауыл. Светлогорск ауыл Советына ҡарай.
Географияһы
Райондың көньяҡ-көнбайыш яғында, Ташказган йылғаһы буйында урынлашҡан. Атамаһы ошо йылға исеменән алынған. Алыҫ түгел ерҙә Яйыҡ һәм Танцай йылғалары аға.
Ауыл күрше ауылдар менән грунт һәм шоссе юлдар менән бәйләнгән. Район үҙәгенә Агаповкаға тиклем — 36 км, ауыл Советы үҙәгенә Светлогорск — 16 км.
Климат
Климаты уртаса континенталь. Был ерҙә һауа торошо бик үҙгәреүсән, бының төп сәбәбе булып Урал тауҙары тора. Бында улар бик бейек булмаһа ла, Рәсәйҙең Европа өлөшөнән килгән һауа массаларын керетмәй, шуға ла был ергә һалҡын Арктика һауаһы ла, ҡыҙыу Урта Азия һауы массалары ла еңел үтә. Быларҙың һөҙөмтәһе арҡаһында һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе йыш күҙәтелә.
Этимологияһы
Элекке замандарҙа был ауыл ерҙәрендә баҡыр рудниктары булған һәм бында таш ҡаҙып сығарғандар. Шуға ла Ташҡаҙған тип атағандар.
Халыҡ
Халыҡ һаны динамикаһы:
| Ғөмүмән демографик күрһәткестәр[2] | |||||
| ғөмүмән халыҡ һаны | 2010 йылғы енес составы | ||||
| 2002 | 2010 | ир-аттар | ҡатын-ҡыҙҙар | ||
| 290 | 293 | 142 | 151 | ||
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса: рустар (46%), башҡорттар (19%), ҡаҙаҡтар (29%) йәшәй.[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность и размещение населения Челябинской области. Таблица 11 2019 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған..
- ↑ 2002 йылғы халыҡ иҫәбе алыу базаһы. 2018 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.