Таҡалова Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы

Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы Таҡалова (рус. Такалова Фаназия ИсмагзамовнаАсҡын районы) — 2026 йылда Рәсәй Президенты указы менән «Герой әсә» исеме бирелгән күп балалы әсә[1].

Биографияһы

Фәнәзиә Таҡалова Башҡортостандың Асҡын районы Муллаҡай ауылында тыуған. Бала сағы һуғыштан һуңғы йылдарға тура килгән. Ауылда дүртенсе класты тамамлағас, эшләй башлаған.

18 йәшендә кейәүгә сығып, тормош иптәше Таҡалов Мир Ғәниулла улының тыуған яғы Йылайыр районына күсеп килгән. «Матрай» совхозында һауынсы һәм быҙау ҡараусы булып эшләгән. Ире менән шәхси хужалыҡ та алып бара[1][2].

2026 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән уға «Герой әсә» исеме бирелде. Дәүләт наградаһы 2026 йылдың 8 июлендә, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, Башҡортостандың күп балалы ғаиләләренә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы барышында тапшырылды[3].

Наградалары һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • «Хеҙмәт ветераны» маҡтаулы исеме;
  • Әсәлек миҙалы;
  • Әсәлек даны миҙалы;
  • «Әсәлек даны» ордены, 1-се дәрәжә;
  • «Әсәлек даны» ордены, 2-се дәрәжә;
  • «Әсәлек даны» ордены, 3-сө дәрәжә[1];
  • «Герой әсә» (рус.)баш. (2026)[3].

Хаҡлы ялда булғанда йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша[3].

2015 йылдың 3 февраленән 2021 йылдың 15 декабренә тиклем Ф. И. Таҡалова Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында урындағы «Кәбир» мосолман дини ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡарған[4].

Ғаиләһе

Ире — Таҡалов Мир Ғәниулла улы. Бергә 10 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. 2026 йылға торошло 22 ейән-ейәнсәре, 5 бүләсәре бар[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 ИА «Башинформ». Сила страны — в крепких семьях: Радий Хабиров рассказал о Фаназие Такаловой. Башинформ (18 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2026.
  2. Фотоларҙа әсә бөйөклөгө алдында оло хөрмәт сағылышы (башҡ.). Тамаша (9 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2026.
  3. 1 2 3 ИА «Башинформ». Радий Хабиров поздравил жителей Башкирии с Днем семьи, любви и верности. Башинформ (8 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2026.
  4. Сведения о местной мусульманской религиозной организации «Кабир» деревни Максютово. Федеральная налоговая служба России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2026.