Фәттәхова Флүрә Рәхимйән ҡыҙы

Фәттәхова Флүрә Рәхимйән ҡыҙы (рус. Фаттахова, Флюра Рахимзяновна; Иҫке Ҡормаш) — 2025 йылда Рәсәй Федерацияһы президенты указы менән «Герой әсә» исеменә лайыҡ булған күп балалы әсә[1].

Биографияһы

Флүрә Фәттәхова Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Ауыл хужалығында, бухгалтер, һатыусы, малсы, мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләй. 1973 йылда профессиональ водитель, ферма мөдире, малсы Вәзих Фәттәховҡа кейәүгә сыға. 2025 йылға Флүрә менән Вәзихтең 10 балаһы — алты улы һәм дүрт ҡыҙы була. Флүрә балалар тәрбиәләү һәм йорт хужалығы менән шөғөлләнә. 2023 йылда Вәзих Фәттәхов вафат була.

2025 йылдың февраленә Флүрә менән Вәзихтең 20 ейәне һәм бер бүләһе була[2][3].

undefined

2025 йылдың 10 февралендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Ольга Фатееваға «Ғаилә институтын нығытыуҙағы һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн» «Герой әсә» тигән маҡтаулы исем бирә. Награда бриллианттар һәм илдең эмаль гербы урынлаштырылған алтын йондоҙҙан ғибәрәт; уға 1 миллион һумлыҡ аҡсалата премия өҫтәлә.

Наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. Указ Президента Российской Федерации от 10.02.2025 № 76 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2026. Архивировано 14 ноябрь 2022 года.
  2. 1 2 Путин наградил жительницу Башкирии. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2026.
  3. Владимир Путин присвоил жительнице Башкирии звание «Мать-героиня». news.mail.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2026.