Хәйҙәршина Альбина Рәйеф ҡыҙы
Хәйҙәршина Альбина Рәйеф ҡыҙы (рус. Хайдаршина, Альбина Раифовна; 1977 йылдың, Башҡортостан Республикаhы) — 2023 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән «Герой әсә» исеменә лайыҡ булған күп балалы әсә[1].
Биографияһы
Альбина Хәйҙәршина 1977 йылда тыуа. Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы Иҫке Балтас ауылында йәшәй. Буласаҡ ире Венер Хәйҙәршин менән ул армиянан ҡайтҡас таныша. Туйҙан һуң Үрге Ҡарыш ауылына йәшәргә күсенәләр, унда йорт төҙөйҙәр. Альбина — хужабикә. Шулай уҡ йорт хужалығын алып бара: ғаилә һыйырҙар, башмаҡтар, быҙауҙар, һарыҡтар тота, ҙур баҡсалары бар. 2023 йылға Хәйҙәршиндар ғаиләһендә 13 бала була[2].
Мин берҙән-бер бала инем, шуға күрә һәр ваҡыт күп балалы ғаилә тураһында хыялландым һәм хыялым тормошҡа ашты. Был минең өсөн ҙур шатлыҡ булды, үҙ тормошомдо балаларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Өлкән ҡыҙым Элитаға 30 йәш тулды, ул үҙенең ике балаһын тәрбиәләй. Кесе улым Байрасҡа йәш ярым тула. Улым Әлмир беҙҙең ауылда үҙенең икмәкханаһын асты, һәм беҙ уға ла үҙ бизнесын үҫтерергә ярҙам итәбеҙ. Миңә әлегә 46 йәш, һаулыҡ булһа, тағы ла балалар табырға теләйем— Альбина Хәйҙәршина[3].
Ире
Венер Хәйҙәршин вахта ысулы менән Өфө ҡалаһының төҙөлөш компанияһында эшләй.
Балалары
Хәйҙәршиндар — 13 бала, ете малай һәм алты ҡыҙҙың ата-әсәһе. Шулай уҡ ике ейән-ейәнсәр тәрбиәләйҙәр.
Өлкән ҡыҙҙары Элита 1992 йылда тыуған, айырым йәшәй, үҙе ике балалы.
Өлкән улдары Артур 1995 йылғы, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инә. Өфөлә атаһы менән бергә төҙөлөш ойошмаһында эшләй.
Улдары Әлмир 1998 йылда тыуған, юғары белем алған, армияла хеҙмәт иткән. Алыҫ Төньяҡта инженер булып эшләй. Һуңынан ауылға ҡайта һәм бизнес менән шөғөлләнә — үҙенең икмәкханаһын аса.
Улдары Айгиз 2001 йылғы, Өфө сәнғәт училищеһы студенты. Балтас районында йырсы, КВН-да ҡатнашыусы булараҡ билдәле, театр түңәрәгендә шөғөлләнә.
Мин ғаиләлә берҙән-бер музыкант. Ғәҙәттә, төндә уйнайым. Йырҙар яҙам. Төндә миңә уңайлыраҡ. Бер кемгә лә ҡамасауламаҫ өсөн мунсаға барам да… Ә беҙҙең мунса яҡшы, унда минең өсөн махсус мөйөш яһанылар, шунда уйнайым, йырлайым һәм бер кемгә лә ҡамасауламайым.— Айгиз Хәйҙәршин[4].cite web
Улдары Айназ 2003 йылғы, Өфө автотранспорт колледжы студенты. Гер спорты менән шөғөлләнә, төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша һәм еңә.
Ҡыҙҙары Айзилә 2005 йылғы — рәсем төшөрөү, Нурсилә 2007 йылғы, йырлау менән мауыға, Инзилә 2010 йылғы, Айгүзәл 2014 йылғы, гимнастика менән шөғөлләнә, тағы бер улдары Айнур 2012 йылғы, халыҡ бейеүҙәрен башҡарырға ярата. Барыһы ла — Иҫке Балтас ауылындағы дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары.
2016 йылғы Наҙгөл һәм 2019 йылғы Ислам — Иҫке Балтас ауылындағы «Миләшкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре.
Наградалары
2023 йылдың ҡышында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Альбина Хәйҙәршинаға «Ғаилә институтын нығытыуҙағы һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн» «Герой әсә» тигән маҡтаулы исем бирә. Ил президенты 2022 йылдың йәйендә, тейешле указға ҡул ҡуйып, ундан күберәк бала тәрбиәләгән Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Герой әсә» исемен булдыра. Награда бриллианттар һәм илдең эмаль гербы урынлаштырылған алтын йондоҙҙан тора; уға 1 миллион һумлыҡ аҡсалата премия өҫтәлә.
Ошондай уҡ исем Советтар Союзында 47 йыл тапшырылып килә; ул 430 000-дән ашыу ҡатын-ҡыҙға бирелә. Хәйҙәршина был награда тергеҙелгәндән һуң илдә «Герой әсә» исеменә лайыҡ булған унынсы ҡатын-ҡыҙ була.
2013 йылда Хәйҙәршиндар ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнә. 2014 йылда «Фермер» модификацияһындағы «ГАЗель Next» автомобиленә эйә булалар. Ул ваҡытта Хәйҙәршиндар ғаиләһендә туғыҙ бала була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27.02.2023 № 123 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026. Архивировано 14 ноябрь 2022 года.
- ↑ Тринадцать — счастливое число. resbash.ru/. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
- ↑ Интернет-портал «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
- ↑ Интернет-портал издания ««Лента новостей Башкирии»». ufa-news.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
- ↑ «Не представляю свою жизнь без детей». belizvest.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
- ↑ Радий Хабиров встретился с жительницей Башкирии, удостоенной ордена «Мать-героиня». bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.