Тәминдарова Рәүилә Хатип ҡыҙы
Тәминдарова Рәүилә Хатип ҡыҙы (рус. Таминдарова, Равиля Хатиповна; СССР) — 2025 йылда Рәсәй Федерацияһы президенты указы менән «Герой әсә» исеменә лайыҡ булған күп балалы әсә[1].
Биографияһы
Рәүилә Тәминдарова Башҡортостан Республикаһының Өфө районындағы Дмитриевка ауылында йәшәй. 30 йылдан ашыу ауыл советында йыйыштырыусы һәм вахтер булып эшләй. Балалар һәм ейәндәр тәрбиәләй, йорт хужалығын алып бара, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировка селтәрҙәре үреү менән шөғөлләнә. Кейәүҙә була. Ире менән бергә 10 бала (өлкән ҡыҙы — 1975 йылда, кесеһе 1996 йылда тыуа) тәрбиәләп үҫтерә. 12 ейән-ейәнсәре бар. 2025 йылға ҡарата Рәүиләнең ире вафат[2][3][4].
2025 йылдың 30 майында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Рәүилә Тәминдароваға «Ғаилә институтын нығытыуҙағы һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн» «Герой әсә» тигән маҡтаулы исем бирә. Награда бриллианттар һәм илдең эмаль гербы урынлаштырылған алтын йондоҙҙан тора; уға 1 миллион һумлыҡ аҡсалата премия өҫтәлә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Герой әсә» (2025).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30.05.2025 № 351 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026. Архивировано 14 ноябрь 2022 года.
- ↑ В Башкирии жительнице села Дмитриевка присвоили звание «Мать-героиня». bash.news. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026. Архивировано 18 июнь 2025 года.
- ↑ Жительнице Башкортостана присвоено звание «Мать-героиня». gtrkrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
- ↑ Путин подписал указ о наградах жительницам Башкирии. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026. Архивировано 22 июль 2025 года.