Рәшитова Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы
Рәшитова Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы, сәхнә псевдонимы Таңһылыу Рәшитова; (рус. Рашитова Сагида Фареевна; сценический псевдоним Танхылу Рашитова; 13 ғинуар 1905 йыл — 21 февраль 1988 йыл) — театр актёры, йәмәғәтсе. 1924—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, иң тәүге башҡорт артисткаларының береһе. 1939—1945 йылдарҙа Өфө ҡала Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1940). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
Биографияһы
Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы Рәшитова 1905 йылдың 13 ғинуарында[1] Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[2] Көҙән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3].
1922-1924 йылдарҙа Ырымбурҙағы Башҡорт халыҡ мәғарифы институтында уҡый, үҙешмәкәр театрҙа уйнай[1].
1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай (педагогтары Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Хажи Бохарский)[1].
1924—1970 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй[3][4].
Театрҙағы ролдәре
Таңһылыу («Ашҡаҙар», М.Буранғолов) , Шәүрә («Шәүрәкәй» , М.Буранғолов), Сәрүәр («Башмағым», Х.Ибраһимов), Ғәлиәбаныу(М.Фәйзи), Ынйыкай («Ынйыҡай менән Юлдыҡай» Х.Ғәбитов), Дездемона («Отелло», У.Шекспир), Амалия («Юлбаҫарҙар» — «Разбойники», Ф.Шиллер), Марья Антоновна («Тикшереүсе» — «Ревизор»), Агафья Тихоновна («Өйләнеү» — «Женитьба»; икеһе лә — Н. В. Гоголь пьесаһы), Анна Таланова («Ябырылыу» — «Нашествие», Л. М. Леонов), Шәмсинур («Ул ҡайтты» , Ә. Атнабаев).
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• 1939—1945 йылдарҙа Өфө ҡала советы депутаты була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1935)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1940)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Псевдонимының тарихы
1922 йылда Башҡорт халыҡ мәғарифы институтының һәүәҫкәр коллективы Мөхәмәтша Буранғоловтың 1917 йылда халыҡ йырҙары һәм легендаларына таянып ижад ителгән «Ашҡаҙар» пьесаһын ҡуя. Пьесаның сюжеты: йәш һунарсы Йомағол һәм Таңһылыу исемле ҡыҙ бер-береһен ярата. Ҡыҙҙың атаһына йыш ҡына башҡа яҡтан яусылар килә һәм, бик күп уйланғандан һуң, ата-әсәһе ҡыҙҙы Йомағолға кейәүгә бирергә ризалыҡ бирә. Туй була, йәштәр бәхетле тормош ҡора. Ләкин һунарға барған сағында Йомағол һәләк булып ҡала. Уның ата-әсәһе ҡурайсылар һәм йырсылар саҡыра, һәм улар һунарсының вафатына бағышланған «Ашҡаҙар» йырын ижад итә.
Спектакль етди уңышҡа өлгәшә, тамашасы Таңһылыу ролен башҡарған Сәғиҙә Рәшитованың уйнағанын бигерәк тә юғары баһалай. 1924 йылда ул Өфө башҡорт театрына саҡырыла һәм, үҙенә Таңһылыу Рәшитова тигән сәхнә исемен алып, танылған актриса булып китә.
Шулай уҡ Таңһылыу Рәшитова — «Вәлидиҙең йыраҡ туғаны — үҙен һаҡлап ҡалыу маҡсатында ул шундай исем алғандыр» тигән мәғлүмәт бар[5].
Хәтер
• Тыуған ауылы Ишембай районы Көҙән ауылында Таңһылыу Рәшитова урамы бар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Танхылу Рашитова — легенда башкирского национального театра (К 110-летию со дня рождения выдающейся актрисы). ИА «Башинформ», 13 января 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2025)
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы.
- ↑ 1 2 3 Сайт «kino-teatr.ru». Советские актеры театра > Танхылу Рашитова (Сагида Рашитова) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2025)
- ↑ Башкирский государственный академический театр драмы имени Мажита Гафури отметит в этом году 85-летний юбилей. ИА «Башинформ», 2 июля 2004 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2025)
- ↑ «УФА» :: Ежемесячный столичный журнал
Әҙәбиәт
• Зөбәиров Ә.Ф. Башҡорт дәүләт күсмә театры ауылдарҙа. Өфө, 1928; Мәһәҙиев М. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962.
Һылтанмалар
• Рәшитова Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
• Сайт «kino-teatr.ru». Советские актеры театра > Танхылу Рашитова (Сагида Рашитова) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2025)
• Танхылу Рашитова — легенда башкирского национального театра (К 110-летию со дня рождения выдающейся актрисы). ИА «Башинформ», 13 января 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2025)
• Сайт «УФА-ГИД». РАШИТОВА Танхылу (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2025)