Түбәнге Ҡунаҡбай

Түбәнге Ҡунаҡбай (шулай уҡ Ҡалҡаман) (рус. Нижний Кунакбай) — Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы ауылы. Судьбодаровка ауыл биләмәһенә керә.

Тарих

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Туҡ-Соран кантоны составына керә, ә 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе ҡарамағында була.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[2]
54

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (100 %) йәшәй[3].

Тема буйынса өҫтәмә