Яңы Әхмәр

Яңы Әхмәр (рус. Новоахмерово) — Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы ауылы. Судьбодаровка ауыл биләмәһенә керә.

Тарих

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Туҡ-Соран кантоны составына керә, ә 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе ҡарамағында була.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[2]
116

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (84 %) йәшәй[3].

Инфраструктура

Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушер пункты бар[4].

Тема буйынса өҫтәмә