Иҫке Ғүмәр (Ырымбур өлкәһе)

Иҫке Ғүмәр (рус. Старогумирово) — Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы ауылы. Ҡотош ауыл биләмәһенә керә.

Тарих

Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Иҫке Ғүмәр ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусы ҡарамағында була[2].

Ауылға Ирәндек башҡорттары нигеҙ һала, 1739—1741 йй. билдәле[3]. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған (Ғүмәр Иҫәкәй), уның ҡартатаһы Алдар батыр. 1782 йылдан — Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантоны, Быҙаулыҡ өйәҙе, Өфө наместниклығы. 1795 йылдан — 9-сы башҡорт кантоны, һуңға 10-сы, 34 йорт. 1851 йылдан — Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантоны, Быҙаулыҡ өйәҙе, Һамар губернаһы.

1917 йылдан Башҡортостан автономияһы (1919 йылдан Башҡорт АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына керә, уның үҙәге була. Ә 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе ҡарамағында була.

Халыҡ һаны

1795 1834 1866 1900[2]
118 239 232 427
Халҡы иҫәбе
2010[4]
137

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (94 %) йәшәй[5].

Урамдары

  • 461218 йылға аръяғындағы урамы
  • 461218 Туғай урамы

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә