Әхмәр (Ырымбур өлкәһе)

Әхмәр (рус. Ахмерово) — Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка районындағы башҡорт ауылы. Судьбодаровка ауыл биләмәһенә керә.

Почта индексы — 461233, ОКАТО коды — 53237819002[2].

Тарих

Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[3]. Революцияға тиклем Әхмәр ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы ҡарамағында була[3].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Туҡ-Соран кантоны составына керә, ә 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы ҡарамағында була.

Халыҡ һаны

1795 1834 1866 1900[3]
266 266 323 500
Халҡы иҫәбе
2010[4]
162

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (90 %) йәшәй[5].

Әхмәр ауылы урамдары

  • 461284 Азатлыҡ урамы
  • 461284 Тау аҫты урамы

Инфраструктура

Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушер пункты, китапхана бар[6]. «Аманат» вокал ансамбле эшләй[7].

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. http://mapdata.ru/orenburgskaya-oblast/novosergievskiy-rayon/selo-ahmerovo/
  3. 1 2 3 Населённые пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  5. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Администрация муниципального образования Судьбодаровский сельсовет Новосергиевского района Оренбургской области 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  7. Новосергиевский район // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Тема буйынса өҫтәмә