Фәйзулин Хәниф Шәкир улы
Фәйзулин Хәниф Шәкир улы ( рус. Файзулин Ханиф Шакирович; 9 апрель 1921 йыл — 17 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Хәниф Шәкир улы Фәйзулин 1921 йылдың 9 апрелендә хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы Үрге Себенле ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, милләте — башҡорт. Ырымбур ҡалаһында рабфак тамамлағандан һуң, Ырымбур уҡытыусылар институтында уҡый. 1939 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1941 йылда ул Куйбышев (хәҙер Һамар ҡалаһы) пехота училищеһын тамамлай. Шул уҡ йылдың авгусынан алып — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында[1].
1943 йылдың октябрендә гвардия өлкән лейтенанты Хәниф Фәйзулин 37-се Дала фронтының 92-се уҡсылар дивизияһы 280-се гвардия уҡсылар полкының рота командиры итеп тәғәйенләнә. 1943 йылдың 17 октябрендә Днепр өсөн алышта уның ротаһы немецтарҙың контратакаларын кире ҡаға-ҡаға, ҡаты һуғыш барышында Украина ССР-ы Днепропетровск өлкәһе Пятихатский районының Лиховка ауылы янында дошман оборонаһын өҙә һәм был ауылды немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итә. Хәниф Фәйзулин шул алышта һәләк була[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 февраль Указы менән гвардия өлкән лейтенанты Хәниф Шәкир улы Фәйзулинға үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы»]] тигән юғары исеме бирелә, ул шулай уҡ Ленин ордены[1] менән бүләкләнә.
Советтар Союзы Геройы Хәниф Фәйзулинға тыуған ауылы Үрге Себенлелә бюст ҡуйылған[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Файзулин Ханиф Шакирович. AZ Library. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2014-9-7.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
Һылтанмалар
- Олег Кожухарь. Фәйзулин Хәниф Шәкир улы. «Герои страны» сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2014.
- Память народа. Документы о награждении.Файзулин Каниф Шакирович