Холбан Руслан Константинович

Холбан Руслан Константинович (26 апрель 1981 йыл — 13 май 2009 йыл) — Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Махсус тәғәйенләнешле үҙәге «А» («Альфа») идаралығының хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәре, капитан. 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ҡылыстар төшөрөлгән орден кавалеры (2009). Ағиҙел ҡалаһының почётлы гражданы (2015).

Биографияһы

Руслан Константинович Холбан 1981 йылдың 26 апрелендә Молдавия Совет Социалистик Республикаһының район үҙәге Вулканешты ҡасабаһында башҡорт Гөлисә Нәзиф ҡыҙы һәм ғағауз Константин Петрович Холбандар ғаиләһендә тыуған[1].

Ир һәм ҡатын айырылышҡандан һуң әсәһе менән ул саҡтағы Башҡорт АССР-ының Ағиҙел ҡалаһына күсеп килә. Бында 1-се урта мәктәптә уҡый. Спорт менән әүҙем шөғөлләнә, төрлө ярыштарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яулай. 1996—2000 йылдарҙа Нефтекама машиналар эшләү техникумында[2] махсус урта һөнәри белем ала[3][4].

2000 йылда Руслан Холбан Рязань гвардия һауа-десант юғары команда училищеһына уҡырға инә. 2005 йылда уҡыуын тамамлағас, кәрәкле нормативтарҙы тапшыра һәм Рәсәй Федерацияһы федераль именлек хеҙмәте Махсус тәғәйенләнешле Үҙәгенең «Альфа» махсус тәғәйенләнешле подразделениеһына ҡабул ителә. Бер нисә тапҡыр Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операция зонаһында командировкала була, сепаратистарҙың законһыҙ ҡораллы формированиеларына ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2008 йылда Жуков миҙалына, 2009 йылда — Суворов миҙалына лайыҡ була[5][6].

Төньяҡ Кавказға сираттағы командировка ваҡытында, инде икенсе чечен һуғышы тамамланғас, Хасавюрт районы Эндирей һәм Дағстандың Казбеков районы Дылым ауылдары тирәһендә Доку Умаровҡа буйһонған билдәле террорсылар Арсен Асульбегов һәм Умалаха Магомедов етәкселегендәге законһыҙ ҡораллы формирование йәшеренгәне тураһында оператив мәғлүмәт алына.

2009 йылдың 13 майы иртәһендә тиҫтәгә яҡын боевик «Альфа» тарафынан ҡамауға алына. Руслан Холбан хеҙмәттәштәре менән уларҙың нығытылған лагерын таба һәм сепаратистар позицияларына һөжүм итә. Алыш ҡыҙғанда уның башына пуля тейә. Холбан «Альфа»ның Бесландағы теракттан һуң һәләк булған беренсе офицеры була[4]. Штурм һөҙөмтәһендә бандиттар, шул иҫәптән уларҙың командиры Асульбегов та юҡ ителә.

Руслан Холбан Мәскәүҙең Николо-Архангельск зыяратында ФСБ спецназы геройҙары аллеяһында ерләнә[5][7][8].

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы капитан Руслан Константинович Холбан үлгәндән 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ҡылыстар төшөрөлгән орденына лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ҡылыстар төшөрөлгән ордены (2009, үлгәндән һуң)
  • Жуков миҙалы (2008)
  • Суворов миҙалы (2009)
  • Ағиҙел ҡалаһының почётлы гражданы (2015)[9]
undefined

Хәтер

  • Ағиҙел ҡалаһындағы урам һәм Нефтекама ҡалаһындағы тыҡрыҡ Холбан хөрмәтенә аталған[10].
  • Холбан исеме Ағиҙелдең ул уҡыған 1-се урта мәктәбенә бирелгән[11].
  • 1-се урта мәктәп бинаһы стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[12].
  • Ағиҙел ҡалаһында Руслан Холбанға һәйкәл ҡуйылған[13].
  • Башҡортостанда йыл һайын Руслан Холбан иҫтәлегенә арналған саралар үткәрелә.

Иҫкәрмәләр

  1. Примэрия Вулканешты. В примарии города Вулканешты почтили память капитана Руслана Холбан. Примэрия Вулканешты. (19 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2019. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2024)
  2. Хәҙер колледж.
  3. Нефтекамский машиностроительный колледж. Официальный сайт. Капитан Холбан Руслан Константинович, группа ТМ961, учился в Нефтекамском машиностроительном колледже с 1996 по 2000 гг. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2024)
  4. 1 2 Филатов А. Капитан Руслан Холбан – первый мусульманин «Альфы». Эхо Москвы. (18 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2020. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2024)
  5. 1 2 Фатхетдинова Л. Подвиг капитана Холбана. Газета «Деловой мир».. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2020.
  6. Александр Коц. Александр Гусев, бывший командир спецподразделения ФСБ: «Басаева мы могли уничтожить еще в Буденновске». Комсомольская правда (29 июль 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2019. Архивировано 21 июнь 2019 года.
  7. gerda_dog93. Капитан Холбан Руслан Константинович. Kotya67 (13 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2022.
  8. Холбан Руслан Константинович – страница памяти. imena.pomnivsegda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2022.
  9. Администрация городского округа город Агидель Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане города Агидели. Холбан Руслан Константинович (1981—2009 гг.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2024)
  10. Газизова И. Улица Холбана. Газета «Спецназ России». (30 июнь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2020. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 август 2024)
  11. Загитова Л. В Башкирии школе присвоили имя погибшего офицера спецподразделения «Альфа». Общественно-политическая газета «Огни Агидели». (3 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2020. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 август 2024)
  12. Фаррахова Ф. Герой «Альфы». Газета «Спецназ России». (31 май 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2020. (Тикшерелеү көнө: 2 август 2024)
  13. «Офицеры России» открыли мемориал в честь погибшего спецназовца. Информационный портал «Офицеры России».. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2020. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 август 2024)

Һылтанмалар