Хәкимов Заһир Әхсән улы
Заһир Әхсән улы Хәкимов (рус. Загир Ахсанович Хакимов; 1963 йылдың 3 феврале, Иҫке Үҙмәш, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгрессы башҡарма комитеты рәйесе. «Азатлык» татар йәштәре берлегенең Башҡортостан бүлексәһе, Татар ижтимағи үҙәге етәксеһе (1990—2000). «Рәсәй патриоттары» фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе (2005—2019) Башҡортостан Республикаһының 5—7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013 йылдан)[1].
Биографияһы
1963 йылдың 3 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Саҡмағош районы Иҫке Үҙмәш ауылында тыуған[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда Өфө приборҙар эшләү заводында слесарь-йыйыусы булып башлай. 1981—1983 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәре сафында Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә[3]. Запасҡа сығарылғандан һуң Өфө авиация институтына (2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университеты) уҡырға инә һәм ошо йылдарҙа юғары мәктәптә лаборант, электромонтажсы, 1986—1988 йылдарҙа — ВЛКСМ комитеты секретары, өлкән инженер булып эшләй[4].
1989—1990 йылдарҙа «Союз» йәштәр үҙәгенең «Хэйлунг» хужалыҡ иҫәбендәге спорт клубы тренеры, директоры була. Һуңынан 10 йыл дауамында (1990—2000) Башҡортостан Республикаһы Татар ижтимағи үҙәгенең коммерция (рус.)баш. директоры, йәштәрҙең «Аль-Шабаб» кесе предприятиеһы директоры, «Азатлыҡ» татар йәштәре берлегенең, Татар ижтимағи үҙәгенең рәйесе булып хеҙмәт һала[1].
2003—2005 йылдарҙа — юрисконсульт, Өфө ҡалаһының татар милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Һуңынан 2019 йылға тиклем «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе аппараты етәксеһе була, 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының «Татар конгресы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы Башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана[5].
Ошо йылдарҙа Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын (2013) «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү өлкәһендә профессиональ эшмәкәрлек алып барыу хоҡуғы» квалификацияһы (рус.)баш. буйынса «дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һөнәре, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын (2022) «хәҙерге Рәсәйҙә дәүләт идаралығы һәм тармаҡ сәйәсәте: стратегиялар һәм маҡсаттар» квалификацияһы буйынса «хәҙерге Рәсәйҙә дәүләт идаралығы һәм тармаҡ сәйәсмәндәре» һөнәре алып тамамлай[2].
Башҡортостан Республикаһының 5-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың депутаты итеп һайлана. 2013—2018 йылдарҙа — «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһынан[3][6], һуңынан «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һайлана. Парламентта Фән, мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары булып профессиональ нигеҙҙә эшләй[7][8].
Ғаиләһе
- Өс бала атаһы[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2013);
- «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (2022);
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» почёт билдәһе (2023)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Хакимов Загир Ахсанович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Лица Партии. Хакимов Загир Ахсанович. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Региональные отделения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Хакимов Загир Ахсанович. Официальный сайт всероссийского общественного движения «Патриоты России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Депутаты \ Хакимов Загир Ахсанович. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Региональная общественная организация «Конгресс татар» Республики Башкортостан. Председатель – Хакимов Загир Ахсанович. Ассамблея народов Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Хакимов Загир Ахсанович. Социалистическая политическая партия «Справедливая Россия». Региональное отделение партии в Республике Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. В Госсобрании Башкирии избрали заместителя председателя комитета по науке и образованию. ИА «Башинформ» (11 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Комитет по науке, образованию, культуре, молодежной политике и спорту. Хакимов Загир Ахсанович. Заместитель председателя. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Хакимов Загир Ахсанович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Ассамблея народов Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Сайт «Избиратель — Депутат». Хакимов Загир Ахсанович. Заместитель председателя Комитета Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан седьмого созыва по науке, образованию, культуре, молодежной политике и спорту (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Социалистическая политическая партия «Справедливая Россия». Региональное отделение партии в Республике Башкортостан. Официальный сайт. Хакимов Загир Ахсанович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Башкрское спутниковое телевидение. 4.04.2022. Депутат эшмәкәрлеге. Деятельность депутатов. Загир Хакимов. Интервью (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).