Хәкимов Салауат Хәзиб улы
Салауат Хәзиб улы Хәкимов (рус. Салават Хазибович Хакимов;1959 йылдың 16 марты, Туҡтағол, Башҡорт АССР-ы) — тарихсы-ғалим, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, отставкалағы милиция полковнигы. 1989 йылдан хәҙерге Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1989), доцент (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2022).
Биографияһы
Хәкимов Салауат Хәзиб улы 1959 йылдың 16 мартында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Туҡтағол ауылында тыуған[1]
Туймазы ҡалаһының 7-се урта мәктәбен 1976 йылда тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университетының[2] тарих факультетына уҡырға инә. 1981 йылда был юғары уҡыу йортонан «Тарихсы. Уҡытыусы» тигән һөнәр алып сыға[1].
1989 йылдан СССР Эске эштәр министрлығының, 1992 йылдан — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы һәм теорияһы кафедраһы хеҙмәткәре. 2010 йылда милиция полковнигы званиеһында отставкаға (рус.)баш. сыға һәм Өфө юридик институтының уҡытыусыһы вазифаһында хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.
1990 йылда СССР Эске эштәр министрлығының йыйылма батальоны составында Әзербайжан ССР-ы Таулы-Ҡарабах автономиялы өлкәһендә махсус командировкала була.
Фәнни эшмәкәрлеге
Ғилми хеҙмәттәре 1861—1900 йылдарҙа Көньяҡ Уралдың сәнәғәтен һәм эшсе синыфын, XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Башҡортостандың социаль - иҡтисади тарихын өйрәнеүгә арналған. 1989 йылда «Промышленность и рабочий класс Южного Урала в пореформенный период (1861-1900 гг.» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған[3].
Ғалим шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы архив фондын өйрәнеүҙә, Өфө губернаһы полиция органдары тарихы буйынса 1895—1922 һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы буйынса документаль материалдарҙың байтаҡ комплексын ғилми әйләнешкә индереүҙә, Өфө юридик институтының һәм республика буйынса Эске эштәр министрлығы тарихы музейҙары экспозицияларын реконструкциялауҙа (рус.)баш. ҡатнаша. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 8 монография һәм уҡыу әсбаптары авторы[4].
Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре
- Промышленность и рабочий класс Южного Урала в пореформенный период (1861-1900 гг.);
- Полиция Башкирии: Три века на службе Отечеству. Уфа, 2017.;
- Полиция Уфы во второй половине XIX — начале XX века;
- Организационно-правовая структура и деятельность территориальных подразделений милиции НКВД Башкирской АССР в 1920-е годы[5].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте ағзаһы[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Туймазинская энциклопедия / гл. ред. А. Р. Суфиянов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2020. — 620 с. — ISBN 978-5-88185-502-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- ↑ Хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты.
- ↑ Хакимов, Салават Хазибович. Промышленность и рабочий класс Южного Урала в пореформенный период (1861-1900 гг. ) : автореферат дис. ... кандидата исторических наук : 07.00.02. Российская государственная библиотек. Электронный каталог диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026. (рус.)
- ↑ Хакимов Салават Хазибович. Межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Туймазинский район. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
- ↑ Организационно-правовая структура и деятельность территориальных подразделений милиции НКВД Башкирской АССР в 1920-е годы. ФГБОУ ВО «Уфимский университет науки и технологий». Институт права. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
- ↑ 1 2 Общество «Знание» в лицах. Хакимов Салават Хазибович. Общество «Знание» Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
- ↑ Победители и лауреаты Всероссийского конкурса на лучшую научную книгу 2018 года. Номинация «Юриспруденция». 25. Хакимов Салават Хазибович. Фонд развития отечественного образования. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
Һылтанмалар
- Туймазинская энциклопедия / [гл. ред. А. Р. Суфиянов]. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2020. — 620 с.: ил., цв. ил., фото, портр., карты. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Туймазинский район. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Управление по делам архивов Республики Башкортостан. Известный ученый-исследователь Салават Хакимов отметил свой 65-летний юбилей (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)