Хәсәнов Ғәли Ғәфиәт улы
Ғәли Ғәфиәт улы Хәсәнов (Ғәли хәҙрәт Хәсәнов, рус. Гали Гафиятович Хасанов; 1963 йылдың 13 майы, Мөслим, Силәбе өлкәһе — 2008 йылдың 30 авгусы) — Рәсәй дин әһеле. «Ғофран» мәсетенең беренсе имам-хатибы, хажи.
Биографияһы
1963 йылдың 13 майында Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Мөслим ауылында алты балалы мулла ғаиләһендә тыуа. Мәктәпте тамамлағандан һуң Верхнеуральскиҙа, Троицкиҙа совхоз-техникумда уҡып, төрлө һөнәрҙәргә эйә була. Юғары белемде ауыл хужалығы институтында ала[1]. Хеҙмәт юлын механик булып башлай. Шул йылдарҙа райондың Ҡорман совхозы комсомол ойошмаһының секретары итеп һайлана. Вазифаһы буйынса балалар һәм йәштәр менән эшләй, үҙе гитарала уйнай, йырлай, үҙэшмәкәр ансамбль ойоштора.
24 йәшендә төшөндә назаратта уҡып, хаж ҡылыуын һәм мулла булып китеүен күрә. 1988 йылда Бохаралағы «Мир-Ғәрәп» мәҙрәсәһенә уҡырға инеп, унда 4 йыл белем ала. 1991 йылда атаһы, Нух ағаһы менән бергә, бер ғаиләнән өс кеше Рәсәй мосолмандарын Сәғүд Ғәрәбстаны короле ҡунаҡ итеп саҡырған төркөм исемлегенә эләгеп, хаж ҡыла. Бынан һуң тағы ла ике тапҡыр хажға бара[2].
1992 йылда ғаиләһе менән Өфөгә күсенә һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратында мөфтөй ярҙамсыһы булып эшләй башлай. 1994 йылдың 23 февралендә «Ғофран» мәсетенең беренсе имам-хатибы итеп һайлана[3].
2008 йылдың 30 авгусында юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк була. Өфөнөң Мосолман зыяратында «Ғофран» мәсете эргәһендә ерләнгән[4].
Ғаиләһе
Әсәһе — Фатима Әбдрәшит ҡыҙы, атаһы — Ғәфиәтулла Нурулла улы. Туғандары: Нух (2008 йылдың сентябренән алып «Ғофран» мәсете имам-хатибы), Мәрйәм, Ғәйшә, Ғүмәр, Ғосман (йәшләй һәләк була).
Ҡатыны — Дамира. Балалары — Усман, Йәмилә, Камил.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гюльнур Иксанова. Гость редакции: Имам-хатыб мечети «Гуфран» Нух-хазрат. islamrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
- ↑ «Мода на религию прошла. Теперь верят по-настоящему». Альберт Жданов. «Аргументы и факты в Башкортостане». 2007, 18 апреля (№ 16)
- ↑ Мечеть Гуфран. goru.travel. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
- ↑ Галей хазрат, мы Вас помним! Ислам в Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
Әҙәбиәт
- Луиза Азамат. Предопределение Аль-Гали (баш.). — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2011. — 96 с. — ISBN 978-5-85051-531-7.
Һылтанмалар
- «Мода на религию прошла. Теперь верят по-настоящему». Альберт Жданов. «Аргументы и факты в Башкортостане». 2007, 18 апреля (№ 16)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |