Хәсәнов Әбүбәкир Хәсән улы
Хәсәнов Әбүбәкир Хәсән улы (1908—1972) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой[1].
Тормош юлы
Әбүбәкир Хәсән улы Хәсәнов 1908 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусы составындағы Илсекәй ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Башҡорт Илсекәйе) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].
Хәрби хеҙмәте
Хәсәнов Әбүбәкир Хәсән улы, Миһранов Ғәлимйән Миһран улы менән бер көндө, 1941 йылдың 16 июлендә, Малаяҙ район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла.
69-сы уҡсылар дивизияһының 237-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә[3].
- Тарихи белешмә
Составына 237-се уҡсылар полк ингән 69-сы уҡсылар дивизияһы 1942 йылдың мартынан 1943 йылдың ғинуарына тиклем Смоленск өлкәһе Барятино станцияһы районында, 27 километр оҙонлоҡтағы оборонаны биләп, алыша. 1943 йылдың февраль башында Орёл өлкәһе Ливны ҡалаһы районы.
1943 йылдың март башында Топоричный, Плоское өсөн ҡаты алыштар алып бара. Әбүбәкир Хәсән улы 1943 йылдың 19 майынан алып 1943 йылдың 26 сентябренә тиклем ошо подразделениела хеҙмәт итә. 1943 йылдың октябрендә дивизия яугирҙәре Гомель өлкәһенең Лоевский районында, Щитца, Бывалка, Радуль райондарында Днепрҙы аша сыға.
1944 йылдың башында Калинковичи ҡалаһы янында дивизия оборона тота һәм Калинковичи-Мозырь операцияһында ҡатнаша. Яраланып, 2970-се һәм 1505-се эвакогоспиталдәрендә дауаланғандан һуң, 1944 йылдың 31 мартында яңынан сафҡа баҫа.
1944 йылдың 23 июненән дивизия Бобруйск ҡалаһының көньяғынан һөжүм итә, «Багратион» операцияһының бер өлөшө булған Бобруйск операцияһында ҡатнаша[4].
1944 йылдың аҙағында Хәсәнов Әбүбәкир Хәсән улы тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.
Һуғыштан ҡайтыу менән, асығыуҙан яфаланған мохтаждар, етем балалар өсөн йәмәғәт туҡланыу ашханаһы мөдире итеп тәғәйенләнә. Ғафарова Мәстүрә Әмерғәзе ҡыҙы аш бешереүсе була. Аслыҡ йылдарын үткәргән быуын кешеләре шул мәрхәмәтте онотманы һәм рәхмәтен белдерҙе[5].
Ғаиләһе
Хәсәнов Әбүбәкир Хәсән улы Тимерәк нәҫеле ир-егете. XIX быуат башында күрше Урмансы ауылынан күсерелгән элекке указлы ахун Ҡорбанғәле Тимерәковтың өс улы була: Ғәйнетдин, Бәхтейәр, Мөхтәр. Икенсе улан Бәхтейәр Ҡорбанғәлиев — Хәсән Бәхтейәровтың атаһы. Бәхтейәр Ҡорбанғәлиевтың балалары: 1.Бәҙрисафа, 2.Тайяр, 3.Әхмәтйәр, 4.Хәсән, 5.Вәлийәр.
Әбүбәкир — Хәсәндең кесе улы, өлкәне — Хөсәйен. Хөсәйен менән Гөлзифаның ҡыҙҙары: Йәнифә, Рабиға, Маянһылыу.
Хәсәнов Әбүбәкир күрше Ҡарағол ауылы ҡыҙы Хафизаға өйләнә. Балалары: Рәүил, Земфира, Ғәлиәкбәр, Нәфисә, Зәйтүнә, Тәнзилә, Зилә[6].
Хәтер
Хәсәнов Әбүбәкир Хәсән улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[7] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ЦАМО Фонд: 6701 Опись: 199111с Дело: 11
- ЦАМО Фонд: 6701 Опись: 199109с Дело: 17
- Филиал ЦАМО (военно-медицинских документов) Фонд: Свидетельства о болезни Номер ящика: ЭГ 1505
Һылтанмалар
- Память народа. Списки призыва и демобилизации. Хасанов Абубакир Хасанович. 16.07.1941
- Память народа. Именной список части. Хасанов Абубакир. 237 СП, прибытие: 19.05.1943 — выбытие из воинской части: 26.09.1943
- Свидетельства о болезни. Хасанов Абубакир. выбытие: 31.03.1944. ЭГ 2970, ЭГ 1505
- Победы Красной Армии: «Бобруйский котёл». 1 июля 2020 г.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память народа. Списки призыва и демобилизации. Хасанов Абубакир Хасанович. 16.07.1941
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Память народа. Именной список части. Хасанов Абубакир. 237 СП, прибытие: 19.05.1943 — выбытие из воинской части: 26.09.1943
- ↑ Победы Красной Армии: «Бобруйский котёл». 1 июля 2020 г.
- ↑ Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004, с. 740 ISBN 5-295-03394-5
«Үлемһеҙ полк» проекты |