Әхтәмов Хәсән Баһҙый улы

Әхтәмов Хәсән Баһҙый улы (10 июль 1925 йыл — 30 май 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

Хәсән Баһҙый улы Әхтәмов 1925 йылдың 10 июлендә БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Аллағыуат ауылында[1] тыуған.

1943 йылдан алып — Ҡыҙыл Армия сафында.

1944 йылдың февраленән алып 2-се Украин фронтында хеҙмəт итə.

1944 йылдың 30 майҙа Румыниялағы Редиул-Алдей ауылы янында, Яссы ҡалаһынан төньяҡҡараҡ, батырҙарса һәләк була.

Батырлығы

857-се уҡсылар полкы 1-се ротаһы (294-се уҡсылар дивизияһы, 52-се армия, 2-се Украин фронты) рядовойы Х. Б. Әхтәмовтың наградлау ҡағыҙынан :

«Иптәш Әхтәмов һуғышҡан I уҡсылар ротаһына ҡаршы (1944 йылдың 30 майы), дошман бер батальондан ашыу пехота һәм һигеҙ танк ташлай. Дошман танкылары 1-се уҡсылар ротаһы траншеяһына яҡынаялар һәм рота фронты буйлап траншеялар ситенән барып, беҙҙең яугирҙарҙы атырға ниәт итәләр. Беренсе килгән танк рота фронты буйлап бара башлай, ә танк эсендәге немец автоматсылары танк башняһы люгын асып беҙҙең яугирҙарҙы туранан-тура атып үлтерә башлайҙар. Иптәш Әхтәмов беренсе булып траншеянан ырғып сыға һәм танкыға ҡаршы граната менән танҡ аҫтына ташлана һәм уны шартлата. Һөҙөмтәлә танкылар үҙ йүнәлешен үҙгәртеп, траншеялар аша сығалар һәм беҙҙең оборона яғына йүнәләләр. Яугирҙар дошман пехотаһын танкыларҙан айырып алалар һәм уның һөжүмен туҡтаталар. Шулай итеп, иптәш Әхтәмов үҙенең батырлығы менән бер нисә тиҫтә һалдаттың ғүмерен һаҡлап алып ҡала».

«Советтар Союзы Геройы» исеме X. Б. Әхтәмовҡа 1944 йылдың 13 сентябрендә үлгәндән һуң бирелә[2].

Наградалары

Хәтер

  • Салауат ҡала тыуған яҡты өйрәнеү музейында Х. Б. Әхтәмовтың батырлығына арналған экспозиция бар.
  • Салауат ҡалаһындағы «Мәңгелек ут» мемориаль комплексында Х. Б.Әхтәмовҡа иҫтәлекле таҡташ асылған.
  • Васильевка ауылында мәктәп бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Герой исемен иң яҡшы мәктәп пионер отряды йөрөткән.
  • 1973 йылдың 9 майында Карл Маркс исемендәге колхозда һәм Наумовка ауылында һәйкәл ҡуйылған[5]
  • Салауат ҡалаһында һәйкәл ҡуйылған[6] (Авторы — Башҡортсотан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар берлеге ағзаһы [[Мәүлитбай Хәлилов]]).
  • Киевтағы мемориаль комплекс диуарында һәм Мәскәүҙә Поклонный тауҙа уның фамилияһы ташҡа уйылып яҙылған[7]
  • Салауат ҡалаһы эргәһендәге Желанный ҡасабаһында бер урам Әхтәмов исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Стәрлетамаҡ районы
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 3, л. 382, 383)
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Республиканский Музей Боевой Славы - Ахтямов Хасан Багдеевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2013. Архивировано 12 февраль 2013 года. 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
  6. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2013. Архивировано из оригинала 30 декабрь 2013 года. 2013 йылдың 30 декабрь көнөндә архивланған.
  7. Республика Башкортостан//ПАМЯТЬ :Герой вернулся на родину. В мемориальном комплексе «Земля Юрматы» в городе Салавате установлен бюст Героя Советского Союза Хасана Ахтямова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2013. Архивировано 12 февраль 2013 года. 2013 йылдың 30 декабрь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт =

Һылтанмалар