Хөсәйенов Нәсип Шафиҡ улы

Хөсәйенов Нәсип Шафиҡ улы (1920-12.01.1980) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Рядовой ҡыҙылармеец, беренсе төркөм инвалиды[1]. Күп балалы ғаилә башлығы.

Йәшлек йылдары

Нәсип Шафиҡ улы Хөсәйенов 1920 йылда Автономлы Башҡорт ССР-ының Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡол улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) Ҡарағол ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Хужалыҡ тотоп, тырыш хеҙмәт көсөн түгеп, Ҡалмаҡол ауылында донъя көткән Хөсәйеновтар ғаиләһе 1931 йылда сәйәси золом ҡорбанына әүерелә. Туғандар Ярулла (1893 йылда тыуған, 10 йылға), Барый Ҡалмаҡ улы (1912 йылда тыуған, 5 йылға), Ғатаулла Хөсәйеновтар, кулак мөһөрө тағылып, хөкөм ителә[2].

Нәсиптең атаһы Шафиҡ Хөсәйенов Ҡарағол ауылында лесник булып эшләй башлай.

Башланғыс белемде тыуған ауылында ала Нәсип. Артабан күрше Тирмән ауылындағы крәҫтиән йәштәре мәктәбендә ете класс белемгә эйә була.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, Лағыр ауылы клубында эшләгән. Замандаштары уның оҫта бейегәнен хәтерләп һөйләгән.

1940 йылдың 5 октябрендә Малаяҙ районы хәрби комиссариаты Хөсәйеновты Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра. 3-сө запас уҡсылар полкы составында егет хеҙмәткә юллана[1].

Хәрби юлы

Нәсип Хөсәйенов ғәмәлдәге хеҙмәтен үтәгән осорҙа, 1941 йылда, фашист Германияһы СССР-ға баҫып инә. 1942 йылдың 30 июлендә әсәһе Гөлсафа Хөсәйеноваға, 1941 йылдың сентябрендә 32-се мотоуҡсылар полкы яугиры Хөсәйенов Нәсип Шафиҡ улы хәбәрһеҙ юғалды, тигән хат килә[3].

Нәсип Шафиҡ улы һәм бер нисә полкташы, ҡаты алыш барышында снаряд ярсыҡтарынан яраланып, ҡайын төбөндә ер менән күмелеп ҡалған була. Контузия кисергән яралы яугирҙар дошман әсирлегенә эләгә. Фашистар мылтыҡ һабы менән арҡаларын төйөп, имгәтеп бөтөрә. Әсирҙәрҙе эттәрҙән талаталар.

Дошман лагерынан ҡасыу ниәте тынғы бирмәй егеттәргә. Өсөнсө тапҡырында ғына Нәсип тотҡонлоҡтан ҡотола. Житомир өлкәһендә ябай украин крәҫтиән ҡатыны уның ғүмерен һаҡлап алып ҡала: йөрьәт итеп, өй башында йәшереп ятҡыра. Яңаҡ-бит һөйәктәре ныҡ йәрәхәтләнгән Нәсиптең ауыҙына ихлас ҡатын марля аша ебетелгән шәкәр һала. Шулай, шәкәр һутын имеп, йән аҫырай егет. Әлеге ҡатын Нәсиптең әсәһе Гөлсафа әбейгә, Ҡарағол ауылына, хат яҙа. Һыйырын һатып, юллыҡ аҡса йүнәтә лә, Гөлсафа Хөсәйенова оҙон юлға сыға. Тәүәккәлләп, улын тыуған ауылына алып ҡайта.

Нәсип Хөсәйенов тураһында Баҫма Хәтер китабында ла «1941 йылдың сентябрендә хәбәрһеҙ юғалған» тип яҙылған.

Һуғыштан һуң

Умыртҡа бағанаһының муйын өлөшө ҡаты яраланғанлыҡтан, Нәсип Шафиҡ улы Хөсәйенов башын тура тотоп атлай алманы. 1-се төркөм инвалиды ҡалған ғүмерендә тән һыҙлауын ғына түгел, йән ғазабын еңеп, ихтыяр көсөнә таянып йәшәне. Өйләнеп, балалар үҫтерҙе. Еңеүҙең 20, 30 йыллыҡ юбилей тантаналарын күреү бәхетенә өлгәште. Фашист әсирлегенә эләгеүе буйынса битәр һүҙҙәре лә ишетте.

Нәсип Шафиҡ улы 1980 йылдың 12 ғинуарында яҡты донъя менән хушлашты. Ҡарағол ауылында ерләнгән.

Ғаиләһе

Һуғыштан һуң Хөсәйенов Нәсип Шафиҡ улы Әлкә ауылы ҡыҙы Кәримәгә (1921 йылда тыуған) өйләнә.

Ғаиләләрендә биш бала: Нәжип (28.05.1950-2011), Нәжибә (2.01.1952), Ғабиҙулла (8.09.1958-2009), Ралиф (12.01.1961), Альмира (23.08.1963-27.08.2016) үҫә.

Нәжип Аксён ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлеген тамамлаған. Балалары, Зөлфиә, Лилиә, Флүр, Себерҙә Урай ҡалаһында йәшәйҙәр.

Нәжибә, Башҡорт кооператив техникумын тамамлағандан һуң, Малаяҙҙа район ҡулланыусылар йәмғиәтенең баш бухгалтеры урынбаҫары булып эшләй. Кейәүгә сыға, улы Марат тыуа (1977-26.01.2022). 1979 йылдан Златоуст ҡалаһында йәшәй. Ҙур төҙөлөш компанияһында 16 йыл баш бухгалтер урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә. Артабан, Златоуст пенсия фондында 22 йыл баш белгес булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Дөйөм эш стажы - 44 йыл.

Ғабиҙулла, токарь һөнәренә эйә булһа ла, тыуған ауылында йәшәне. Улдары - Нил (21.05.1987) һәм Виль (17.10.1988). Виль Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлаған, механик. Өйләнгән, балалары - Тимур, Алиса. Нил Златоуста йәшәй, 6-сы разрядлы иретеп йәбештереүсе, вахтаға йөрөп эшләй.

Ралиф тракторсы булып эшләне, Урай ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, провизор булып эшләйҙәр.

Альмираның ҡыҙы Лариса Оло Тәләктә йәшәй, инглиз теле уҡытыусыһы. Өс бала әсәһе. Улы, Вадим Нуриман улы Һаҙыев, өс бала атаһы, 1924 йылдың көҙөндә Махсус хәрби операцияла һәләк булды.

Хәтер

Хөсәйенов Нәсип Шафиҡ улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Салауат районы Ҡарағол ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

Тарихи мәғлүмәт фонды: Башҡортостан Республикаһының Дыуан һәм Салауат райондары хәрби комиссариаттары бүлеге. Дело:11005457

Әҙәбиәт

  • Книга памяти жертв политических репрессий РБ. Уфа:Китап, т.1,2,3,5

Иҫкәрмәләр

Категориялар