Челов Николай Михайлович
Челов Николай Михайлович (1909 йылда, Левашево, хәҙерге Стәрлетамаҡ, Башҡортостан — 9 декабрь 1943 йыл, тауҙар Митридат, Керчь, Ҡырым) — подполковник, Советтар Союзы Геройы.
Башланғыс биография
Николай Михайлович Челов Башҡортостандың 1909 йылда хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһының составына ингән Левашево ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған
Мәктәптә ете класты тамамлай. 1928—1929 йылдарҙа Челов Левашев ауыл советы секретары булып эшләй.
Һуғышҡа тиклемге осор
1929 йылда Николай Челов Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡала хәрби комиссариаты аша Ҡыҙыл Әрме хеҙмәтенә саҡырыла.
1932 йылда ВКП(б) ағзаһы булып китә.
Полк мәктәбен тамамлағас, снайперҙар курсында, ә 1941 йыл — комсостав камиллаштырыу курстары «Выстрел» һуң, полк мәктәбе тип начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә.
Бөйөк Ватан һуғышы
1941 йылдың 1 июленән башлап Бөйөк Ватан һуғышы фронттары алыштарында ҡатнаша.
1943 йылдың 9 декабрендә 1331-се тау уҡсылары полкы (318-се тау уҡсылары дивизияһы , 18-се армия) Подполковник Челов Николай Михайлович етәкселегендә дошман оборонаны өҙөп, ғәскәр ҡамауҙатауында Митридат аҫтында ҡалған[1]. Был һөжүм етәкләгән һәм һәләк булған. Подполковник Челов[2]. Керчтә Митридат тауы итәгендә ерләнгән[3].
СССР-ҙың Юғары Советы 1944 йылдың 16 майында сыҡҡан Указы буйынса, оҫталы командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм ҡаһарманлыҡ, батырсылыҡ күрһәткән өсөн подполковник Н. М. Человҡа Советтар Союзы Геройы[1](үлгәндән һуң) званиеһы бирелде.
Десантсыларҙың һәләк булғандар хөрмәтенә Митридат тауында обелиск ҡуйылған. Керчь ҡалаһыныңның Үҙәк районындағы урамына -Николай Михайлович Челов хөрмәтенә исем бирелде .
Наградалар
- "Алтын Йондоҙ"Миҙалы (16.05.1944)[1];
- Ленин ордены (16.05.1944);
- Ике Ҡыҙыл байраҡ ордены (30.04.1943[4]; 06.11.1943[5]);
- Ватан һуғышы ордены I дәрәжә (18.09.1943)[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 42/53, л. 3/88, 89).
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1132, л. 1, 8, 9).
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2818, л. 3, 56, 57).
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 47, л. 2).
Челов Николай Михайлович. «Герои страны» сайты.