Тереғолов Шамил Әхмәт улы
'Шамил Әхмәт улы Тереғолов (рус. Шамиль Ахмедович Терегулов; 1947 йылдың 29 авгусы, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 2008 йылдың 28 ноябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — балет артисы һәм педагог. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, һуңынан баш балетмейстеры (1990—2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1997) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985), «Душа танца» призы лауреаты (2007). Балерина Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙының тормош иптәше.
Биографияһы
1947 йылдың 29 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған.
1967 йылда Пермь хореография училищеһын (педагогы Ю. Плахт) тамамлай. Унан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына ҡабул ителә. Шунда уҡ солист итеп тәғәйенләнә. 1989 йылға тиклем бейей, 1990 йылда труппаның баш балетмейстеры була. 1990-сы йылдарҙа театрҙа хореограф Юрий Григорович менән хеҙмәттәшлек итә. Труппаһы менән бергә Италияға, Мысырға, Португалияға, Таиландҡа, Мексикаға, Бразилияға, Швецияға, Германияға, Чехияға, Латвияға гастролдәргә сыға.
Рудольф Нуреев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален ойоштороусыларҙың береһе була.
Шамил Әхмәт улы 2008 йылдың 28 ноябрендә вафат була. Өфөлә ерләнгән.
Педагогик эшмәкәрлеге
Шамил Әхмәт улы хореография училищеһында белем алған ваҡытта уҡ Закамсктың балет студияһында уҡыта башлай. 1987 йылдан алып 1982 йылға тиклем — Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең классик бейеүҙәре педагогы, 1985 йылдан алыпӨфө хореография училищеһында уҡыта, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһының хореография бүлегендә уҡытыусы булып эшләй. Шулай уҡ Японияла уҡыта, Джексонда (АҠШ), Мадридта, Пермдәге «Арабеск — 2000» халыҡ-ара балет конкурстарында дәрестәр (мастер-класс) үткәрә.
Шамил Тереғоловтың күренекле уҡыусылары — Р. Р. Мөхәммәтов, А. В. Зинов, Р. В. Рыкин, А. М. Шәйҙуллин.
Репертуары
- 1968 — Фон Ротбарт, «Аҡҡош күле», П. И. Чайковский
- Эспада, «Дон Кихот», Л. Минкус
- Нурали, «Баҡсаһарай фонтаны», Б . В. Асафьев
- Арыҫланбай, «Сыңрау торна», З. Ғ. Исмәғилев, Л. Б. Степанов
- Дәрүиш, «Ай тотолған төндә»
Постановкалар
- Башҡорт опера һәм балет театры
- 1997 — «Сыңрау торна», З. Ғ. Исмәғилев, Л. Б. Степанов
- 2000 — «Алтын асҡыс сере». Г. Сабитов
- 2001 — «Йоҡоға талған һылыу» П. И. Чайковский
- 2003 — «Баядерка», Л. Минкус, «Зәңгәр Дунай» музыка И. Штраус
- 2004 — «Ромео һәм Джульетта», С. С. Прокофьев
- 2007 — «Баҡсаһарай фонтаны», Б . В. Асафьев
- 2002 — «Жизель», А. Адан
- Башҡа театрҙар
- 1993 — «Раймонда», А. К. Глазунов (Нагойя, Япония)
- 2001 — «Дон кихот», Л. Минкус, «Вальпургия төнө», Ш. Гуно (Астана, Ҡаҙағстан)
- 2001 — «Королева Аба» Ф. Хусейнов (Мерсин, Төркиә)
- 2005 — «Аҡҡош күле» П. И. Чайковский (Улан-Удэ, Бүрәт республикаһы)
- 2006 — «Ромео һәм Джульетта», С. С. Прокофьев (Улан-Удэ, Бүрәт республикаһы)
Ғаиләһе
- Ҡатыны — сәхнә партнёры, балерина Леонора Ҡыуатова.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985);
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1997);
- «Бейеү күңеле» призының «Бейеү рыцары» номинацияһында еңеүсе (2007).
Хәтер
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Уфе на доме звезды башкирского балета установлена мемориальная доска. МГ-газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026.
- ↑ Эпоха Терегулова продолжается. Вечерняя Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026.
Әҙәбиәт
- Жиленко Н. А. Гран-па башкирского балета. Уфа, 2007.
Һылтанмалар
- Выдающиеся выпускники. Шамиль Терегулов // Пермский государственный хореографический колледж
- Нина Жиленко. Эпоха, которая не кончается. К 65-летию со дня рождения Шамиля Терегулова 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған. // «Ватандаш»
- В. Романов. Он был рожден для танца. К 65-летию со дня рождения Шамиля Терегулова. // «Башинформ», 28 августа 2012.
- Умер Шамиль Ахмедович Терегулов 2013 йылдың 12 декабрь көнөндә архивланған. // Ufa.fm