Шихан (Шыйҙа һырты)

Шихан — кварцит ҡая, Боланды тауы һәм Шыйҙа һырты араһындағы биләндә урынлашҡан.

Географияһы

Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Баҡал ҡалаһы янында, Рудничный ҡасабаһынан 1,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Силәбегә тиклем араһы — 180 км, Өфөгә — 190 км, Һатҡыға — 20 км, Баҡалға — 3 км.

Тарихы

1756 йылда Баҡал ҡалаһы тирәһендә тимер мәғдәне сығарыла башлай. Ошо ваҡыттан алып ғалим-геологтар округта тау тоҡомдарын ныҡлы өйрәнә. Шихан кварцит тауына айырыуса иғтибар бүленә[1]. Ҡаяға Д. И. Менделеев (1899), совет драматургы Н. Ф. Погодин (1927), академиктар Д. В. Наливкин, А. Н. Заварицкий, А. Е. Ферсман (1920—1940 й.й.) килеп китә[2].

1890 йылда тау инженеры Адольф Густавович Шыйҙа һыртында разведка эштәре башлай һәм 1892 йылда Шыйҙа-1 ятҡылығы асыла, 1893 йылда ул «ышанысһыҙ» булғанлыҡтан, мәғдән сығарыу туҡтатыла. 1916 йылда инженер Г. Г. Келль тимер мәғдәнен эҙләүҙе көньяҡҡараҡ күсерә, әммә һөҙөмтә булмай. 1942 йылда Баҡал геологтары тимер сидериттарына ярлы булған 760 мең тонна запаслы Шыйҙа-2 ятҡылығын таба, ул эшкәртеү өсөн һөҙөмтәһеҙ тип таныла. 1946—48 йылдарҙа Шыйҙа-1 ятҡылығында разведка эштәре алып барыла, ә 1954 йылда унда 1 млн тонна запас барлығы раҫлана. 1965 йылда эшкәртеү башлана, 1967 йылға 897 мең тонна һоро тимер табыла, ҡалған запас иҫәптән сығарыла[3].

1975—76 йылдарҙа Т. А. Рябухина һыртта геофизик тикшеренеүҙәр алып бара һәм өс аномаль зона таба[4].

Ул үҙенең тарихында өлкә әһәмиәтендәге геологик ҡомартҡы тип ике тапҡыр иғлан ителә һәм икеһендә лә был статус кире алына.

Маёвкалар

Баҡал ҡалаһы халҡы беренсе тапҡыр 1911 йылда 1 Майҙы Шихан эргәһендә үткәрә һәм ул, полиция эҙәрлекләүенә ҡарамаҫтан, эшселәрҙең даими йыйылыу урынына әүерелә. Революциянан һуң, 1941 йылға тиклем, бында май байрамы тантаналары йыл һайын үтә, һуңынан һуғыш, яңы ятҡылыҡтар табылыуы һәм эшкәртелеүе һөҙөмтәһендә, байрам саралары ҡала урамдарына күсә[5].

Ҡыҙыҡлы факттар

• 1906 йылда Мәскәүҙә «Шерер, Набгольц и К°» фотографиялары ҡулланылып Транссебер тимер юлы магистраленә арнап сығарылған почта открыткаларының береһендә Шыйҙа һырты төшөрөлгән.
• 1970 йылдарҙа тауҙың текә яғында Свердловск һәм Силәбе альпинистары күнекмә үткәрә[2].
• «Саткинский рабочий» баҫмаһы яҙыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында шихан итәгендә БаҡалЛаг (НКВД ҡарамағында булған, ГУЛАГ-тың бер подразделениеһы) тотҡондары ерләнә. Яндекс.Карта аша ҡарағанда был урын әле лә «Зыярат» билдәһе менән билдәләнгән[6].

Тасуирламаһы

Шихан ҡаяһы ҡыҙыл-көрән төҫтәге тау ҡалдығы. Уның йәше йөҙҙәрсә миллион йыл тәшкил итә. Ҡая ярғыланып бөткән ҡаты кварцит тоҡомдарынан тора. Шихандың бейеклеге — 60 метр самаһы.

Ҡая башында бер нисә ҡарағай үҫә. Ҡая нигеҙе тигеҙ урында, эргәһендә тауҙар һәм ҡалҡыулыҡтар юҡ, шуға күрә Шихан Баҡал ҡалаһынан күренеп тора. Көньяҡ, төньяҡтан һәм көнбайыштан ҡаяға яҡын урынлашҡан ауылдарға һәм рудниктарға алып барған грунт юлдары һалынған.

Бөтә яҡтан да Шиханды карьерҙар уратып алған, әүҙем ер аҫты эштәре зонаһында урынлашҡан, шуға күрә уны ер «убыу» хәүефе бар[7]

Этимологияһы

«Шихан» — башҡорт телендә осло башлы сусаҡ тау тигәнде аңлата, Башҡортостанда Пермь осоронан ҡалған һәм хәҙерге ваҡытта ер өҫтөнә яланғасланып ҡалҡып торған рифтар, һәм был шихандарҙың атамалары бар: иң билдәлеләре Йөрәктау, Торатау, Шәкетау, Ҡуштау[8]

Иҫкәрмәләр

  1. Зуев Л. В., с. 14
  2. 1 2 Скала Шихан. chel-portal.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025.
  3. Зуев Л. В., с. 26
  4. Зуев Л. В., с. 28
  5. Зуев Л. В., с. 12
  6. Саткинский рабочий. 20 красивейших мест Саткинского района: загадочный бакальский шихан. satrab74.ru (26 июнь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025.
  7. И опять Шиханы… Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. 2021 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.
  8. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 661-се бит

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 661-се бит
  • Зуев Л. В. У подножия Шихана. — Челябинск: Цицеро, 2009. — 104 с. — ISBN 978-5-91283-030-3.